Фольклориада
6 Июль 2021, 18:55

"Йырҙарым үҫмерҙәргә оҡшамаҫ тип уйлағайным"

Бөгөнгө “Фольклориада йөрәге” сәхнәһенең хедлайнеры Манижа оҙайлы сығышынан һуң ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирҙе.

Бөгөнгө “Фольклориада йөрәге” сәхнәһенең хедлайнеры Манижа оҙайлы сығышынан һуң ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирҙе.
Иң башта ул концерт барышында алған тәьҫораттары менән бүлеште.
– Ойоштороусыларға рәхмәт. Беҙҙе шул тиклем йылы хәстәрлек менән солғанылар: сәхнәнән алып тауышты көйләү тиһеңме, башҡаһымы – йәшәү, туҡланыу шарттарына тиклем ҡайғырталар. Шуға ла үҙебеҙҙе Башҡортостанда бик уңайлы, рәхәт мөхиттә тоябыҙ.
– Үҫмерҙәр араһында ауаздашлыҡ тапҡаныма шатмын, – ти йырсы. – Йырҙарым поп стилендә түгел, йөкмәткеләре лә уларға оҡшамаҫ, тип уйлағайным. Миңә оҡшаған ҡиммәттәрҙең улар күңеленә лә ауаздаш булғаны сикһеҙ ҡыуаныс бирә. Үҫмерҙәрҙең үҙ тауышы, фекере булғанға ҡыуанам. 15 йәштә минең үҙ тауышым юҡ ине әле.
“Ижадығыҙҙа ниндәй теманы иң мөһиме тип атар инегеҙ, тигәнгә Манижа ҡыҫҡа ғына итеп: “Кешелеклелек”, – тип яуап бирҙе.
– Дөрөҫөн әйтәм, Фольклориада тураһында быға тиклем ҡыҙыҡһынғаным булмағайны. Иҫ киткес масштаблы, сағыу тамаша икән, Башҡортостанғҫа донъяның күпме халҡы йыйылған! “Евровидение” кеүек ҙур мәҙәни сара, был иҫ киткес! – тине ул ошо хаҡта һорағандарға.
Йырсыға башҡорт аштары бик оҡшаған. “Быға тиклем Мәскәүҙә лә башҡорт кухняһынан ҡайһы бер нәмәләрҙе татып ҡарағаным булды, әммә бында, Башҡортостандың үҙендә, уларҙың тәме бөтөнләй икенсе”, – тине ул.
Үҫмерҙәр Манижаны, ысынлап та, бик яҡын күрә икән. Уның журналистар һорауҙарына яуап биргәнен көтөп, икенсе яҡта ҙур төркөм йәштәр йыйылғайны.
Динар Кәлимуллин фотолары.
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас