Бөрйән районының "Таң" гәзите төркөмөнән:
"Швейцариянан килгән Пьер Миерға байрам бик оҡшаған. Уның әйтеүенсә, сәхнәнең бәләкәйерәк булыуы ғына сығыш яһағанда бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырған. Тамашасыларҙың ихлас сәләмләүе, алҡышлауы күңеленә хуш килгән.
– Тамашасы беҙҙе оҡшатты тип уйлайым, – ти ул ҡыуанып.
Әйткәндәй, Пьерҙың Рәсәйгә килеүе тәүгә түгел: ул Ҡазан университетында уҡыған һәм рус телен яҡшы белә. Ихлас һөйләшә торғас, уның менән хатта фотоға төшөргә лә онотолған шикелле (фотоһын эҙләп тә таба алманым).
– Бөрйәнде икенсе Швейцария тиҙәр, бының турала белә инегеҙме? – тип һорамай булдыра алманым.
– Эйе, ысынлап та, тәбиғәте оҡшаш, урман-тауҙар хас беҙҙәге кеүек, Ағиҙел йылғаһын да күрҙем, – тип яуапланы ул".
Фото: "Таң" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө.