Фольклориада
7 Июль 2021, 18:00

"Бында кешеләрҙән йылылыҡ бөркөлә"

Фольклориада - Борайҙа. Эквадор делегацияһы кураторы ҡунаҡтарға ниндәй башҡорт һүҙен өйрәткән?

Бөгөн борайҙар ҙа Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларын ҡаршыланы. Ер шарының ете иленән килгән ҡунаҡтар сағыу концерт менән район халҡын шатландырҙы.
“Танып” стадионында бик күп тамашасы йыйылғайны. Барыһы ла сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы күргеһе генә түгел, уларҙың йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен ҡарағыһы ла килгәндер.
Тамаша иҫ киткес матур булды. Иң тәүҙә ҡунаҡтар алдында төбәктең ижади коллективтары сығыш яһаны, шул иҫәптән “Аҫылйәр”, “Сударушка”, “Инвожо” вокал, халыҡ инструменттары, “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре.
Төньяҡ Македония, Перу, Франция, Румыния, Белоруссия, Фәләстин һәм Эквадор дәүләттәренә килгән коллективтар иһә күркәм сығыштары менән хайран ҡалдырҙы, улар ихласлығы, сағыулығы менән арбаны. Халыҡ уларҙы оҙаҡ алҡышланы.
Сит ил ҡунаҡтары урындағы декоратив-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе менән танышты, быйма баҫыусылар, башҡорт халҡының милли ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен, ҡашмау, түшелдерек эшләүселәр, сигеү, башҡорт, татар, удмурт орнаменттары менән балаҫ һуғыу белгестәре, ағасты ырып биҙәүселәр оҫталыҡ дәрестәрҙе үткәрҙе.
Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн Юшковтарҙың ғаилә оҫтаханаһы эшләне. Улар ағастан һәм таштарҙан иҫ киткес матур сувенирҙар яһай.
Башҡорт тирмәһе барлыҡ халыҡты үҙенә тартып торған үҙәккә әүерелде. Сит ил ҡунаҡтары уның һәр үҙенсәлеге менән яҡындан танышып сыҡты.
Перу, Эквадор, Франция ҡунаҡтары ла буш ҡул менән килмәгән: улар ҙа күргәҙмә ойоштороп ебәрҙе. Матур, үҙенсәлекле, беҙҙекен оҡшамаған – уларҙың ижадын шулай тип атарға мөмкиндер.
Перунан килгән бейеү коллективы ағзаһы Адриэля тәьҫораттары менән таныштырҙы. Әйтеүенсә, бығаса ул тыуған иленән йыраҡҡа киткәне булмаған. Тап Башҡортостанға килеүенә бик шат.
– Тәбиғәтегеҙгә хайранмын – бөтә ерҙә йәшеллек. Фотоға төшөп өлгәрә алмайым. Мөмкинлегем булһа, тағы бер ни тиклем ваҡытҡа ҡалыр инем, - ти ул.
Эквадорҙан блогер-сәйәхәтсе Хосе Дриад беҙҙә асыҡ, ихлас кешеләр йәшәгәнен билдәләне. Уларҙан изгелек бөркөлә, ти ул.
Эквадор делегацияһы кураторы Мансур Нәзибуллин 24 кешенән торған коллективтың тыныс, сабыр, ҡабаланырға яратмаған икәнлеген билдәләй. Ул ҡунаҡтарҙы башҡортса “Сәләм!” тип күрешергә лә өйрәткән.
Румыниянан килгән “Мартишорул” коллективы быйыл 55 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Был бейеү коллективы донъяның төрлө илдәрендә булған, әммә Рәсәйҙә – беренсе тапҡыр. Коллектив ағзаһы Иуана, бәрәкәтле Башҡортостан ерендә тағы бер аҙға ҡалыр инем, ти, сөнки “кешеләрҙән йылылыҡ бөркөлә”.
Фотолар: Борай районы хакимиәте.
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас