Башҡортостанға VI Бөтә донъя фольклориадаһы килеүгә бөгөн бишенсе көн. Ошо арала фестиваль ниндәй генә илдәр мәҙәниәте менән таныштырманы ла, ниндәй генә ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк итмәне!
Республикабыҙ халҡын масштаблы фестиваль яңылыҡтары, уның йөҙҙәре, ваҡиғалары, ҡыуаныс-табыштары менән ҡәләм оҫталары – Башҡортостандың төп матбуғат баҫмалары журналистары таныштырып бара. Улар араһында, тәбиғи, "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бар.
Фольклориаданың матбуғат үҙәге иртәнән алып ҡара кискә тиклем эшләй. Ижади төркөмдә яҙыусы коллегалар ҙа, иҫтәлекле мәлдәрҙе фотоһүрәттә һынландырып ҡалырға атлыҡҡан фотохәбәрселәр ҙә, төп эш ҡоралдары – ноутбуктар, башҡаһының теүәл эшләгәнен тәьмин иткән оҫталар, интернет өсөн яуаплы IT-хеҙмәткәрҙәр, ойоштороу эштәрен теүәл итеп алып барған коллегалар – барыһы ла бар. Матбуғат үҙәге вәкилдәре республика тормошондағы быға тиклем тиңе булмаған мәртәбәле ваҡиғаны – Бөтә донъя фольклориадаһын бар сағыулығында, бар ҡыҙыулығында халыҡҡа алып барып еткереү өсөн берләшеп, бер команда булып Фольклориада тамамланғансы эшләргә иҫәп тота.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.