Һүрәттәге был дүрт мөләйем ханым – Мәскәү ҡунаҡтары. Улар Рәсәй буйлап сәйәхәт итә.
Башҡортостанға турға сыҡҡан ваҡыттары бында фестиваль башланған мәлгә тура килә. Ошондай форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булып – Фольклориада тағы ҡасан Рәсәй ерендә үтер әле! – улар Өфөлә туҡтарға була. Һәм былай хәл иткәндәренә бер тамсы ла үкенмәйҙәр – иҫ китерлек матур фестиваль тамашалары Башҡортостандың баш ҡалаһының гүзәл, йәшеллеккә күмелгән урамдары сәйәхәт яратҡан күңелдәргә май булып ята.
– Фольклориада асылған көндә Өфөлә түгел инек әле, йәл. Бар кеше ундағы тамашаға таң ҡалған! Донъя кимәлендәге шоу булған икән, – ти улар. – "Фольклориада йөрәге" майҙаны Өфөнөң иң гүзәл урындарының береһендә урынлашҡан, баш ҡалағыҙға иҫ китерлек хозур күренеш асыла бит бынан! Сит ил ҡунаҡтары ла һуштары китеп ҡарайҙыр инде.
Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, мәскәүҙәр Башҡортостан тураһында йылы һүҙҙҙәрен әйтеп ҡалырға ашыға.
– Мәскәүҙән алыҫта урынлашҡан төбәктәр ҡаралмаған, унда күберәк емерек йорттар, юлдар тигән фекер йәшәй. Ошолай һөйләгән кешеләргә яуап итеп, Башҡортостанды барып күрегеҙ, тип әйтке килә. Бындағы таҙа, матур урамдарға, төҙөк, заманса биналарға һоҡланырһығыҙ! Бөтә донъя фольклориадаһы ла республикала юҡҡа ғына үтмәй – донъя кимәлендәге, Олимпиада ише олоғара сараны ҡабул итерлек булғас, республика бар яҡлап та өлгө тигән һүҙ. Һәм беҙ быға үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп инандыҡ.
– Былтыр Алтайҙа ял иттек. Сағыштырып әйтһәк, Башҡортостан унан туризмды үҫтереү буйынса бер нисә аҙымға алда бара, – ти Мәскәү ҡунаҡтары.