“Янаульские зори” гәзитенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңауылда VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан илдәрҙән килгән сәнғәт оҫталарының концерты теүәл биш сәғәт дауам итте. Сәхнәлә Әзербайжан, Хорватия, Эстония, Чили, Парагвай, Һиндостан, Бенин коллективтары сығыш яһаны.
Был сағыу ваҡиға район халҡының һәм ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.
Район гәзите журналистары Фольклориадала ҡатнашҡан илдәр вәкилдәре менән аралашты, уларҙың тормошо тураһында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Мәҫәлән, Чилиҙан бейеүселәр Рәсәйгә килер алдынан өс ай буйы репетицияларҙы онлайн тәртибендә үткәргән. Баҡтиһәң, Фольклориадаға илдең төрлө райондарынан иң яҡшы бейеүселәр һайлап алынған. Әйткәндәй, чилиҙар республикабыҙ тураһында алдан уҡ хәбәрҙар булған. Уларҙың етәксеһе Кристиан өс йыл элек Башҡортостанда булып ҡайтҡан, сәфәр хаҡында яҡшы тәьҫораттар һаҡлай. “Бында изге күңелле, ихлас кешеләр йәшәй. Тәбиғәт бик матур. Миңә бында бик оҡшаны һәм тағы ла килеү теләге тыуҙы”, – тине ул.
Хорватиянан фольклор ансамбле үҙ төбәгенең атамаһын йөрөтә – Бушевиц. Шуныһы ҡыҙыҡлы: 900 кеше йәшәгән ауылда 400 кеше ижади коллективта ҡатнаша. Ансамбль етәксеһе Ненад Рожич бала саҡтан уҡ коллектив ағзаһы булған. Әле иһә ансамблгә бөтә ғаиләһе инә: ҡатыны Ирэна сығыш та яһай, фотоға ла төшөрә, ҡыҙы Люция бейей,
Улы Филип музыка ҡоралдарында уйнай.