Фольклориада
8 Июль 2021, 17:00

Өфө кисен "Олотау" биҙәне

Думбыра, гитара сыңдары, барабан шаңы, скрипка наҙы...

Өфө кисен "Олотау" биҙәнеӨфө кисен "Олотау" биҙәне
Өфө кисен "Олотау" биҙәне

Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан кис һайын "Торатау" конгресс-холының амфитеатры йыр-моңға күмелә.

 

Бөгөнгө кисте Ҡаҙағстандан килгән "Олотау" төркөмө биҙәне. Ҡаҙаҡ этно-рок жанрында ижад иткән коллективта думбыра, гитара сыңдары, барабан шаңы ғына түгел, скрипка наҙы ла бар.

 

Шуныһын билдәләп үтер кәрәк: "Олотау"ға быйыл теүәл егерме йыл: ул төркөм булараҡ 2001 йылда ойоша. Исемен Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһендәге тау хөрмәтенә ҡушалар. 

 

Төркөм күптән донъяуи сараларҙа сығыш яһап, үҙенең тамашасыһын тапҡан. 

 

Үҙенсәлекле көйҙәр Өфө халҡын да битараф ҡалдырманы: ҡушылып бейенеләр ҙә, ихлас ҡул да саптылар.

 

Автор фотоһы. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас