Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Алда тағы матур саралар бар. Улар республиканың 12 район-ҡалаһында үтә. Шәмбе көнө иһә амфитеатрҙағы “Фольклориада йөрәге” сәхнәһендә фестивалде ябыу тантанаһы көтөлә.
Бөгөн киске 6-ла баш ҡалалағы Фольклориаданың төп сәхнәһендә Индонезия, Польша, Мексика ҡунаҡтары сығыш яһай. Концертты саҡырылған ҡунаҡтар – Ҡаҙағстандың “Улытау” этно-рок төркөмө тамамлаясаҡ. Уларҙың ижадының үҙенсәлеге шунда – думбыра менән скрипканы ҡушыу. Киске тамашаны БЮТ каналы, “Бәйләнештә” селтәрендә һәм Фольклориада сайтында: folkloriada2021.com. һылтанмаһы аша инеп ҡарарға була.
Бынан тыш, Башҡортостандың милли музейында халыҡ-ара “Донъя халыҡтары маскалары” күргәҙмәһе һәм “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары” фотокүргәҙмәһе үтә. Инеү бушлай, бары тик санитария талаптарын үтәргә, йәғни битлектәр кейергә онотмаҫҡа кәрәк.
Мәҙәни саралар бөгөн шулай уҡ Сибайҙа үтә. Бында Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания коллективтары сығыш яһай.
Көндөҙгө 3-тә Боливия, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Испания вәкилдәре – Ауырғазыла; Словакия, Болгария, Колумбия, Австрия, Рәсәйҙекеләр – Ҡырмыҫҡалыла; Азербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Парагвай, Бенин – Нефтекамала; сәғәт 4-тә Фәләстин, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния – Асҡында үҙ халыҡтары мәҙәниәте менән таныштыра.
Фольклор йыйынында республикабыҙҙың ижади төркөмдәре лә ҡатнаша.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.