Фольклориада
8 Июль 2021, 04:00

Күргәҙмәләр көтә!

Күргәҙмәләргә инеү бушлай, бары тик һаҡланыу сараһы күререгә - битлек алырға онотмағыҙ!

VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын халыҡ-ара күргәҙмәләр көтә.
Башҡортостандың милли музейында “Донъя битлектәре” һәм “Донъя халыҡтарының музыкаль ҡоралдары” тип аталған ҡыҙыҡлы күргәҙмә көтә. Милли музей иртәнге 11-ҙән киске 17.30-ға тиклем эшләй.
Тәүге күргәҙмәлә 27 илдән 32 экспонат һәм 30 фото тәҡдим ителгән. Һәр битлектең үҙ тарихы һәм тәғәйенләнеше бар. Милли музыка ҡоралдары күргәҙмәһендә иһә төрлө илдәрҙең музыкаль йолалары, үҙенсәлекле уйын ҡоралдары менән танышырға була.
Күргәҙмәләргә инеү бушлай, бары тик медицина битлеген алырға онотмағыҙ!
Фото Башҡортостандың милли музейынан алынды.
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас