

Фольклориада ҡунаҡтары Ҡырмыҫҡалы районына ла килде. Унда бөгөн Колумбия, Болгария, Австрия, Словакия вәкилдәре булды.
Делегация Еңеү паркындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды.
– Мин бөгөн бында һеҙҙең менән булғанға шатмын. Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәл Франция менән Рәсәй араһындағы бәйләнеште хәтергә төшөрҙө. Беҙ иркебеҙ өсөн көрәштек, һәм ул бында, әле һәм бөгөн беҙҙең менән. Бөтә донъя мәҙәниәтен күрһәтер өсөн йыйылған төркөмдәр менән. Фольклориаданы байрам итеү өсөн йыйылған һәммәһенә рәхмәт! Беҙгә ошо матур ваҡиға араһында булырға бер нисә көн генә ҡалды, – тине CIОFF президенты Филипп Боссан һәм район башлығы Әлфир Сабировҡа сувенир бүләк итте.
Артур Әлибәков, Әлфир Сабиров фольклор фестиваленә йыйылған халыҡты тәбрикләп, сағыу тамаша, йылы аралашыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алыуҙы теләне.
Ҡырмыҫҡалы районының фольклор ансамблдәре сығыштары сит ил ҡунаҡтарына хуш килде. Унан сират ҡунаҡтарға етте.
Колумбиянан Карлос Ролдон Ҡырмыҫҡалы телевидениеһы өсөн үҙенең һөйөү тураһындағы яратҡан йырын йырлап ишеттерҙе, хатта "Шайморатов генерал"ды ла башҡарып ҡараны.
Скрипка, аккодеон, тромбон, гитараға ҡушылып йырлаған йырҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
– Рәсәйгә беренсегә килдем. Бында ла шундай ҡояшлы икәненә ныҡ ғәжәпләндем. Рәсәйҙе һалҡын ил тип күҙ алдына килтерә инем, хатта йылы кейемдәр ҙә һатып алдым, – тип һөйләй Колумбия ҡунағы Руано Оскар.
Был ил вәкилдәренә Ҡырмыҫҡалылағы спорт майҙансығы оҡшаны. Һәр кемеһе үҙенең яҡшы физик яҡтан әҙерлеген күрһәтергә тырышты. Ҡырмыҫҡалы ирекмәндәре лә ҡалышманы. Һәр яҡлап хуплау ауздары яңғырап торҙо. Һөҙөмтәлә, әлбиттә, дуҫлыҡ еңеүсе тип табылды.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.