VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә үткән күргәҙмәләр һәм концерт майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлә. Фольклориада эшен яҡтыртҡан журналистар быға сара барышында инанды. Майҙанға һәм күргәҙмәгә инер алдынан тән температураһы үлсәнә, бушлай битлек һәм бирсәткә таратыла, ҡулдарҙы эшкәртеү шыйыҡсалары ҡуйылған.
“Торатау” конгресс-холы эргәһе шартлы рәүештә ике майҙансыҡҡа бүленгән. Халыҡ-ара оҫталар күргәҙмәһе иртәнге сәғәт 11-ҙән эш башлай һәм киске 20.00-гә тиклем дауам итә. Ошонда уҡ ҡуйылған сәхнәлә көндөҙгө 14.00-дән концерттар башлана. Фольклориада ҡунаҡтары һәм Башҡортостандың ижади колективтары сығыш яһай.
“Фольклориада йөрәге” майҙансығы “Ватан” этнопаркында урынлашҡан. Унда саралар көн һайын 17.45-тә башлана.
Хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү өсөн майҙанға тикшереү пункты аша үткәрәләр. Бындағы хеҙмәткәрҙәр һеҙҙе сканер аша үткәргәндән һуң битлектәр, дезинфекция саралары тәҡдим итә. Сират юҡ, барыһы ла тиҙ атҡарыла. Бынан тыш, көн дауамында “ашығыс ярҙам” бригадалары дежурҙа тора.