

VI Бөтә донъя фольклориада байрамы республикабыҙҙа төрлө майҙандарҙа гөрләп үтә. Тәбиғәт тә, айырыуса рәхимлелек күрһәтеп, йәмле йәйе, ҡояшлы көндәре менән ҡыуандыра, сәфәрҙә йөрөүселәр, байрамға килеүселәр өсөн ҙур уңайлыҡ тыуҙыра.
Республикабыҙҙың Нуриман районы халҡы алыҫ ерҙе яҡын итеп тантанаға биш илдән – Панаманан, Германиянан, Колумбиянан, Ҡаҙағстандан һәм Польшанан килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итте. Иртәнән кискә тиклем дауам иткән бындай сағыу, үҙенсәлекле байрамды, моғайын, нуримандар әлегәсә хәтерләмәйҙер ҙә, быныһы оҙаҡ йылдарға етерлек матур сәхифә булып күңелдә һаҡланыр кеүек.
Район үҙәге майҙанындағы милли кейемдәр сағыулығынан күҙҙәр ҡамаша, төрлө телдәрҙә яңғыраған дәртле йырҙар йөрәктәрҙе елкендерә. Ҡунаҡтар башҡорт халҡының кәсеп-һөнәрҙәре, милли уйындары менән бик ҡыҙыҡһынып танышты: уҡ атыу, тоҡтарҙа йүгереү, тоҡтар менән бүрәнә өҫтөндә һуғышыу, көйәнтәләп һыу ташыу буйынса ярышыу тиһеңме, береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйтергә кәрәк, нуримандар ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе, миллилек һыҙаттарын бөтә сағыу буяуҙарында күрһәтеү, үҙебеҙҙе танытыу өсөн байтаҡ ҡыҙыҡлы, етди эштәр башҡарған. Рәсәйҙә йәшәгән күп кенә милләттең тормош рәүешен, мәҙәниәтен, традицияларын сағылдырған тирмәләр, милли аш-һыу, биҙәүестәр, кәсептәр ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Беҙ ҙә донъя милли мәҙәниәтенең бер өлөшөн тәшкил итеүебеҙ, сит ил вәкилдәрендә ҡабатланмаҫ һоҡланыу тойғолары уята алыуыбыҙ, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеүебеҙ менән хаҡлы ғорурлана алабыҙ.
Тәүге танышыбыҙ Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советының (CIOFF) Греция департаменты президенты Константинос Иоаннидис, халыҡ-ара кимәлдәге сараның әһәмиәтен билдәләп, былай тип белдерҙе:
– Планета халыҡтарын берләштереүсе, дуҫлыҡ бәйләнештәрен, тарихи тамырҙарыбыҙҙы нығытыусы, бер-беребеҙҙе яҡшыртыусы әһәмиәтле сара ул Фольклориада. Һеҙ беҙҙе күптәнге танышығыҙҙы ҡаршылағандай, дуҫтарса, айырыуса йылылыҡ менән ҡабул иттегеҙ. Бындай мөһим сарала ҡатнашыуҙы ҙур мәртәбә тип иҫәпләйем. Беҙ һеҙгә Эдегей утрауҙары халҡының сәләмен, йыр-моңон, ялҡынлы бейеүҙәрен алып килдек. Нимә-нимә, ә беҙ шау-шыулы уйындарҙы, гөр килеп торған табындарҙы яратабыҙ.
Эйе, гректар – үҙҙәренең йолаларын, традицияларын хөрмәтләй һәм уларҙы тормоштарында күҙәтә, һаҡлай белә торған халыҡ. Әйтеүҙәренсә, һәр грек утрауында милли кейемдәрен ғорурлыҡ менән кейергә яратҡан кешеләрҙе йыш осратырға мөмкин. Боронғолоҡто ҡәҙерләгәнгә күрә уларҙа бөгөнгө заман туристарын ҡыҙыҡтырырлыҡ часовнялар, музейҙар әлегәсә һаҡланғандыр ҙа. Гомер дәүеренән үк быуындан-быуынға тапшырылып килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, милли мәҙәниәт өлгөләрен гректар әле лә ихтирам менән һаҡлай. Улар – бик темпераментлы, хәрәкәтсән халыҡ, үҙҙәрен иркен тота, ҡысҡырып һөйләшергә әүәҫ, ихлас, кешегә ихтирамдарын ҡосаҡлап, ҡулдары менән башты һыйпап булһа ла күрһәтергә ғәҙәтләнгән. Һәр милләт үҙенсәлекле хазина инде, үҙенә генә хас тәртибе, ғәҙәттәре менән ҡырҡа айырылған мәлдәр ҙә бар. Беҙҙә “эйе” тигәнде раҫлап, баш ҡағыу ғәҙәти хәл иҫәпләнһә, уларҙа бындай ым киреһен, “юҡ” тигәнде аңлата. Кем-кем, ә гректар байрам итергә, шау-шыулы тамашаларҙы ярата. Эҫе климатта йәшәү уларҙың тәртибенә лә үҙгәрештәр индергән, мәҫәлән, көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға тиклем илдә бөтә кеше ял итә, был осорҙа бер кемгә барырға, хатта телефондан шылтыратырға ла ярамай, имеш...
Тағы бер танышыбыҙ Патрик Рутковски – “Mystkouianie” ансамбленең художество етәксеһе, Польшанан 33 кешелек төркөмдө алып килгән.
– Тәүге тапҡыр Башҡортостанға аяҡ баҫыуым. Фольклориадала ҡатнашыуыма һөйөнөп бөтә алмайым. Илегеҙ ғәжәп матур! Шулай ҙа мине иң ныҡ һоҡландырғаны – алсаҡ, ябай, ҡунаҡсыл кешеләрегеҙ, – тине ул. – Һеҙ беҙҙең поляк халҡына күп яғығыҙ менән ныҡ оҡшағанһығыҙ. Был байрам беҙҙе киләсәктә тағы ла нығыраҡ яҡынайтыр, дуҫлаштырыр, тип уйлайым. Оҙаҡламай Башҡортостан менән хушлашырға ваҡыт етәсәген күҙ алдына килтереп, мин бер аҙ моңһоуланып, юҡһына ла башланым шикелле, һағындырыр әле һеҙҙең ил, – тип йылмая егет.
– Шулай ҙа иң оҡшағаны нимә булды, Патрик? Польшаға ҡайтҡас, яҡындарыңа нимә тураһында тәү башта һөйләр инең?
– О-о, барыһы ла супер! Һәр хәлдә һеҙҙәге милли аш-һыуҙың телде йоторлоҡ тәмле икәнлеген һөйләргә онотмаясаҡмын...
Банан, дөгө, кофеһы менән дан тотҡан Панаманың ут кеүек ҡыҙ-егеттәре ритмлы бейеүҙәре, жанр төрлөлөгө менән айырылған музыкаһы һәм хореографияһы менән тамашасыларҙы ҡуҙғытып ебәрҙе. Барабан, көслө ҡул сабыуҙар, гитара тауышы аҫтында барған тамаша профессиональ кимәлдә башҡарылыуы, үҙенә генә хас костюмдары менән һәр кемде әсир иткәндер. Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы айырып торған, Үҙәк Америка менән Көньяғын берләштергән үҙенсәлекле Панаманы беҙ Панама каналы буйынса яҡшы беләбеҙ. Атаманың “балыҡ күп булған урын” тигән төшөнсәне аңлатҡаны билдәле, тимәк, балыҡ менән яҡшы сауҙа итәләрҙер. Панама мәҙәниәте Һиндостан, Африка һәм Европа музыкаһын, традицияларын үҙ эсенә алған, беҙ быны сәхнәләге сығыштарында ла яҡшы тойҙоҡ, әллә күпме мәҙәниәттәр “гөлләмәһе” ифрат күп төрлөлөгө, ғәжәйеп сағыулығы менән иҫтә ҡалды.
Затлы милли кейемдәрҙәге ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ менән рус телендә рәхәтләнеп аралаштыҡ, сөнки тәржемәсе аша һөйләшеп аңлашыуҙың еңел булмаҫын тойғайныҡ инде. Жолдыбай Серикболсын һәм Айгерим Молдибаева Селезнев исемендәге бейеү-хореография училищеһын тамамлап, ансамблдә эшләй башлаған. Уларҙы беҙҙәге тәбиғәт шарттары, халҡыбыҙҙың милли костюмдары, халыҡтар араһындағы туғанлыҡ тойғолары һоҡландыра, йәштәр үҙҙәре өсөн яңы асыштар ҙа асҡан.
Ғөмүмән, Фольклориадала йәштәрҙең күпселекте тәшкил итеүе бер аҙ ғәжәпләндәрҙе лә, һөйөндөрҙө лә. “Фольклор” һүҙе инглиз телендә “халыҡ аҡылы” төшөнсәһен аңлата, беҙ уға халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәр, ышаныуҙар, тел, кәсептәр, миллилек төшөнсәләрен дә һалып йөрөтәбеҙ. Унда беҙҙең тормошобоҙ, идеал һәм принциптарыбыҙ ҙа яҡшы сағыла. Милли мәҙәниәтебеҙ асылы тәрән тамырҙарыбыҙға барып тоташһа ла, йәштәребеҙҙең уға битараф булмауын, киреһенсә, халыҡ ижады ынйыларына иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы артыуын тойҙоҡ беҙ ошо дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрамында. Быныһы беҙҙең өсөн бигерәк тә һөйөнөслө.
-Динә АРЫҪЛАНОВА.