Фольклориада
9 Июль 2021, 09:50

"Беҙгә лә килегеҙ!"

Аралашыу өсөн телдәрҙең төрлөлөгө ҡамасау түгел. VI Бөтә донъя фольклориадаһы Нефтекамала нисек үтте?

"Беҙгә лә килегеҙ!""Беҙгә лә килегеҙ!"
"Беҙгә лә килегеҙ!"

VI Бөтә донъя фольклориадаһы еле Нефтекамаға ла ҡағылды – сараның беренсе көнөндә үк ҡалаға ете ил вәкилдәре килде. Урындағылар уларҙы рус йырҙары, ҡурай моңо, балалайка сыңы менән ҡаршы алды.

5 июндән алып көн һайын сит ил ҡунаҡтары нефтекамаларҙы концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы, ә кисә Нефтекама фольклориадаһының төньяҡ-көнбайыш үҙәгенә әүерелде – бында ҙур, сағыу тамаша үтте.

Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама, Ҡалтасы райондары күргәҙмәләр ҙә йәйелдереп ебәргән.

Бөтә донъя фольклориадаһынан Нефтекамаға Эстония, Парагвай, Хорватия, Һиндостан, Азербайжан, Чили, Бенин илдәренән йыйылдылар. Һуңғылары үҙҙәре менән милли биҙәүестәрен һәм сувенирҙарын да килтергән – Нефтекама халҡы уларҙы үҙҙәренә иҫтәлеккә лә алып ҡалды. “Был әйберҙәрҙе мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән таныштырыу маҡсатында алып килдек, - тине Куеви Обен. - Бер ун йылдан ошо сувенирҙарға ҡарап, бында Бенин халҡы килеүен иҫкә алырһығыҙ әле. Беҙгә лә килегеҙ!”

Телдәрҙең төрлөлөгө ҡамасау түгел – тәржемәселәр һәи ирекмәндәр ярҙамында нефтекамалар сит ил ҡунаҡтары менән рәхәтләнеп аралашты. Ирекмәндәрҙең күбеһе – БДУ-ның Нефтекамалағы филиалы, машина эшләү колледжы студенттары. Һәр делегацияға айырым ирекмәндәр төркөмө беркетелгән, улар ҡунаҡтарға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.

Сит ил вәкилдәре башҡорт аш-һыуын тәмләгән: бауырһаҡ, ваҡ бәлеш, өсбошмаҡ, һурпа, ҡымыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килгән.

Нефтекама ҡала паркының төп сәхнәһенән байрамға йыйылғандарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев сәләмләне.

Был сәхнәлә Хорватиянан килгән Михаэл Вечковичтың теләге тормошға ашты: ҡурай менән ҡыҙыҡһынған егеткә Әминә Шафиҡова был уйын ҡоралын бүләк итте. Михаэл Нефтекама филармонияһы ҡурайсыһынан ҡурай уйнау серҙәрен төшөнөү маҡсаты менән дәрес тә алып өлгөргән.

 

Фото: Фольклориада сайты.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас