Фольклориада
9 Июль 2021, 03:00

Чилиҙарҙы Башҡортостанда нимә ғәжәпләндергән?

Нефтекамалағы коллегаларыбыҙ сит ил ҡунаҡтары менән аралашып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Чилиҙарҙы Башҡортостанда нимә ғәжәпләндергән?Чилиҙарҙы Башҡортостанда нимә ғәжәпләндергән?
Чилиҙарҙы Башҡортостанда нимә ғәжәпләндергән?

"Һеҙҙә йәй беҙҙәгенән дә эҫерәк икән". Шулай тип ғәжәпләнеүен белдергән нефтекамаларға Сантьягонан килгән Паомо Гарсес менән Николь Муньос. Нефтекамалағы коллегаларыбыҙ сит ил ҡунаҡтары менән аралашып, ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.

 

Башҡортостанда уларҙы ғәжәпләндергәне был ғына түгел әле. “Бик матур урындар, урман күп. Тағы ла – һеҙҙең республикала бик күп төрлө халыҡ йәшәй, был ысынлап та һоҡланғыс”, – ти улар. – Был бөтөнләй икенсе донъя!”

 

Нефтекаманың иҫтәлекле урындарынан Чили ҡунаҡтары ҡарағай урманы менән Һаулыҡ һуҡмағын оҡшатҡан. Улар туҡталған “Урал” ҡунаҡханаһынан әлеге урманға ныҡ матур күренеш асыла.

 

Милли аш-һыуҙан чилиҙар өсмөйөш бәлештәрҙе яратып ашаған.

 

Чилиҙар бөтәһе лә Паомо менән Николь кеүек ихлас, алсаҡ. Улар фотоға төшөрөргә йөрөгәнде күрһә, асыҡ итеп йылмайып ебәрә һала, һорауҙарға ла яуап бирергә әҙерҙәр. Ялҡынлы милли бейеүҙәрен башҡарып туҡтағас, Денис Синтия Флентес Диас һәм Кристиан Адольфо Хаки Гебрис та, ныҡ арығанға ҡарамаҫтан, һөйләшергә ваҡыт таба. “Беҙҙең бейеү “Чили кешеләре” тип атала. Бында илебеҙҙең төрлө төбәктәре һәм төрлө осор бейеүҙәре алынды. Ошо бейеү аша беҙ Чилиҙың да күп милләтле һәм төрлө ғөрөф-ғәҙәттәргә бай булғанын күрһәтергә тырыштыҡ”, - ти улар.

 

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас