

Дилназ Әделчаева – Үзбәкстандан килгән ҡарағалпаҡ ҡыҙы. Ҡарағалпаҡ Республикаһы – Үзбәкстандың иң ҙур аймағы (беҙҙеңсә төбәк тиергә була). Ул - һөнәрмән, ҡул эштәре оҫтаһы. Милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырған сувенирҙарҙы – улар араһында, әлбиттә, дөйә лә бар – баш кейемдәрен сигеп биҙәй. Дилназдың өҫтәлендә – матур таҡыялар, ирҙәрҙең баш кейеме – ҡара ҡалпаҡ.
– Башҡортостанға донъя халыҡтарына ошондай мәртәбәле йыйын ойошторған өсөн рәхмәттәр яуһын, – ти Дилназ. – Фольклориада – милләттәр араһындағы татыулыҡты, берҙәмлекте нығыта торған ифрат мөһим сара. Башҡортостан беҙҙе бергә йыйҙы, дуҫлаштырҙы! Бындай ҙур сараларҙа ҡатнашыу – үҙе бер ҡабатланмаҫ тәжрибә. Беҙгә, һөнәрмәндәргә, тәжрибә уртаҡлашыу, бер-беребеҙҙең эштәренә баһа биреү, кәңәшләшеү ныҡ кәрәк.
Дилназдың күңеленә айырыуса... Башҡортостандың тирәктәре уйылған!
– Һеҙҙә тирәктәр шундай һомғол, оҙон, төҙ! Беҙҙә ундайҙарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды, сөнки экология хәле бик шәптән түгел, – ти ул, бер аҙ моңһоуланып. – Ә һеҙҙәге һауаның таҙалығы! Һулап туйғыһыҙ. Тағы иғтибарҙы йәлеп иткәне – ҡайындарҙың аҡлығы! Ҡарағалпаҡстанда ундай ҡайындар ҙа юҡ! Тирә-яҡ шундай матур, йәшеллеккә күмелгән тәбиғәт – мөмкинлек тыуған һайын ошо хозурлыҡты фотоға төшөрөп ҡалырға ашығам. Ҡайтҡас, ошо гүзәллекте гел иҫләп, һағынырмын инде!
Әйткәндәй, Дилназ журналист һөнәренә уҡый. “Диплом алырға ла оҙаҡ ҡалманы”, – ти.
Башҡортостан күңеленә ятып өлгөрһә лә, Дилназ тыуған яғына атлыға, сөнки өйҙә уны ғаиләһе – ире менән кескәй ҡыҙы һағынып көтә.
Автор фотоһы.