

Хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары Сибайҙа булды. Сәфәрҙәрҙә һәр халыҡ үҙенең йыр-моңдары, мәҙәниәте менән генә таныштырып ҡалмай, ә ошо илдең төрлө сувенирҙарын, оҫталары эшләгән ҡул эштәрен дә алып килә, бик матур сауҙа ойоштора.
Сибай халҡын Коста-Рика вәкилдәренең күргәҙмәһе барыһынан да нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы, иң күп һатып алыусылар ҙа тап уларҙа булғандыр. Ни тиһәң дә, бар сауҙа һатыусыларҙан тора. Ә Мария дель Кармен Ирена менән Елена Нернандис һатып алыусыларҙың телен аңламаһа ла, ым-ишара менән үҙ әйберҙәрен тәҡдим итте, уларҙың күңелдәренә үтеп инде.
Мария дель Кармен Ирена әйтеүенсә, ул үҙе Сан-Хосенан, уға бөтәһе биш провинция инә, биш миллион кеше йәшәй. Мария Башҡортостанды бик ныҡ оҡшатҡан. "Халҡы шундай ихлас, һәр саҡ ярҙам итергә тора. Урындағы халыҡтың ағас өйҙәре, ҡала һәм ауылдарҙың таҙалығы хайран итте. Бигерәк тә һеҙҙә уғрылыҡ кеүек яман күренештәрҙең булмауы бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙы. Әйбереңде берәү ҙә урлай тип ҡурҡырға кәрәкмәй, тыныс шарттарҙа һатыу итәбеҙ", - ти ул.
Ни тиһәң дә, Фольклориаданың сағыу мәлдәре күңелдәрҙә генә һаҡланмаясаҡ: һатып алған төрлө ил сувенирҙары сағыу байрамды һәр саҡ хәтерләтеп торасаҡ.
Автор фотоһы.