

Эрика Сууре – Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндан, ә Айли Сонберг – унан 100 саҡрым алыҫлыҡтағы Ванавигаль ҡасабаһынан. Улар Бөтә донъя фольклориадаһының сағыу тамашаларына хайран ҡалып, “Беҙҙең инде бишенсе көн рәттән байрам!” ти.
Башҡортостан тәү сиратта уларҙы ҙурлығы, киңлеге менән һоҡландырған.
“Беҙ бындай киңлектәргә өйрәнмәгәнбеҙ, Эстония бәләкәй, ыҡсым ғына, ә Башҡортостан йәйрәп ята!” – ти ҡунаҡтар.
Фольклориаданың юғары кимәлдә ойошторолоуы, алсаҡ тамашасылар, дуҫтарса мөхит, башҡорт аш-һыуы, ҡайын сауҡалыҡтары – барыһы ла күңелдәренә ятҡан эстондарҙың.
“Ҡайҙа барһаҡ та, беҙҙе күптән көткән ҡунаҡ һымаҡ ҡаршы алалар, был күңелгә май булып яғыла. Үҙешмәкәр артистарбыҙ, ә бында беҙгә билдәле йондоҙҙарға һымаҡ мөнәсәбәт”, - тиҙәр Эрика менән Айли.
Фото Фольклориада сайтынан.