Фольклориада
9 Июль 2021, 09:35

Фестиваль ҡунаҡтары райондарға сәфәрен тамамлай

Башҡортостандың ҡала-райондарында сығыштарын тамамлап, делегаттар бөгөн Өфөгә килә. Әле улар...

Фестиваль ҡунаҡтары райондарға сәфәрен тамамлайФестиваль ҡунаҡтары райондарға сәфәрен тамамлай
Фестиваль ҡунаҡтары райондарға сәфәрен тамамлай

Башҡортостандың ҡала-райондарында сығыштарын тамамлап, делегаттар бөгөн Өфөгә килә.

Сәғәт 12-лә Белоретта фестивалгә килгән сит ил вәкилдәренең сығыштары башланды. Бында – Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания.

Көндөҙгө 1-ҙә Ишембай районында концерт башланды. Унда Ҡаҙағстан, Австрия, Колумбия, Испания, Польша коллективтары сығыш яһай.

Сәғәт 3-тә Благовещен районында Словакия, Боливия, Үзбәкстан, Греция, Панама, Рәсәйҙекеләр  сәхнәгә сыға.

Ошо уҡ ваҡытта Илеш районында фестиваль башлана. Бында Азербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай, Бенин илдәре сығыш яһай.

Бөтә донъя фольклор байрамы саралары барышында республика исеменән тамашалар барған район-ҡалаларҙың ижади төркөмдәре лә ҡатнаша.

Өфөлә лә фестиваль дауам итә. Амфитеатрҙа киске 6-ла Фәләстин, Белорусия, Румыния, Камерун вәкилдәре “Фольклориада йөрәге”н яулай, саҡырылған ҡунаҡтар, алдан хәбәр ителгәнсә, – Питерҙың “ТҺе Наtters” төркөмө.

Бөгөн республика Милли музейында шулай уҡ ике халыҡ-ара күргәҙмә эшен тамамлай: “Донъя халыҡтары маскалары” һәм “Донъя халыҡтарың музыка ҡоралдары”. Киске 6-сы яртыға тиклем экспозицияларҙы күреп өлгөрөргә була әле. Инеү – ирекле, бары битлек кейергә онотмаҫҡа кәрәк.

 

Динар Кәлимуллин фотоһы. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас