

Бер төркөм ҡунаҡтар Башҡортостандың ҡала һәм райондарына таралды, Өфө тамашасылары ла сит ил ҡунаҡтары сығыштарын ҡарай алды.
Ҡаҙаҡтар, колумбиялар һәм башҡалар – бер майҙанда5 июлдә, фольклор фестивале башланғандың өсөнсө көнөндә, кисен “Фольклориада йөрәге” майҙансығында тамашасылар Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия коллективтарының сығыштарын күрҙе. Ҡаҙаҡтарҙы тамашасы үҙ итеп ҡаршыланы, Болгария, Испания, Колумбияның сығыштарын ҡарағас иһә, был ҡунаҡтарҙы ла күптәнге дуҫтарылай йылы алҡыштарға күмде.Ул кистең саҡырылған ҡунағы – Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова менән Zventa Sventana фолк проекты, Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры булды. Фольклориаданың дүртенсе көнөндә, 6 июлдә, көндөҙ “Торатау”ҙың өҫкө яҡ майҙанында республикабыҙҙың ижади коллективтары тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Араларында билдәле “Мираҫ” бейеү ансамбле лә булды. Кисен иһә “Фольклориада йөрәге”н итальяндар, австриялылар, Боливия артистары йәнләндерҙе. Әлбиттә, Рәсәй артистары ла сығыш яһамай ҡалманы. Сит ил ҡунаҡтарынан итальяндарҙың сығышын беҙҙең халыҡ яратып көтөп алды. Айырыуса йырсы Анна-Лизаның “О соле мио” (“Ҡояшым минең”) йырына дәррәү ҡушылып йырланылар, аҙаҡ инде артисты йылы алҡыштарға күмделәр. Халыҡтың итальяндарҙы ниңә шулай айырым мөнәсәбәт менән ҡабул иткәненә аптырарға түгел: был халыҡ мәҙәниәте менән ил халҡы Лучано Паваротти, Эрнст Рамазотти, Тото Кутуньо йырҙары аша совет заманынан уҡ таныш. Итальяндарҙың төрлө битлектәр кейеп күрһәткән театрлаштырылған тамашаһы ла йыйылғандарҙы ғәжәпләндермәй ҡалманы.
Күбеһе Манижаны тыңлар өсөн килде
Кисен иһә “Фольклориада йөрәге”ндә Манижа йырланы. Ул программаны йомғаҡлап ҡуйыр өсөн саҡырылған артист булды. Был тажик ҡыҙы быйылғы “Евровидение”ла Рәсәй исеменән сығыш яһағайны. Шунан бирле был йәш йырсының ижадын үҙ итеүселәр Башҡортостанда ла күбәйҙе. Шуға ул кистә амфитеатр алдына халыҡтың күпләп йыйылыуы һис тә ғәжәп түгел. Манижаның сығышынан һуң, журналистарға уның менән бер аҙ әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Йырсы фестивалдең ойошторолоу кимәлен тик яҡшы яҡтан баһалап, йылы хәстәрлек менән солғағанға рәхмәт әйтте. “Беҙҙе шул тиклем ҡайғыртыусанлыҡ менән солғанылар, шуға ла үҙебеҙҙе Башҡортостанда бик уңайлы, рәхәт мөхиттә тоябыҙ”, – тине ул.Манижаны айырыуса йәш быуын вәкилдәре яҡын күрә. Уның һорауҙарға яуап биргәнен көтөп, икенсе яҡта ҙур төркөм йәштәр йыйылғайны. “Үҫмерҙәр араһында ауаздашлыҡ тапҡаныма шатмын, – ти йырсы был турала. – Йырҙарым поп стилендә түгел, йөкмәткеләре лә уларға оҡшамаҫ, тип уйлағайным. Миңә оҡшаған ҡиммәттәрҙең улар күңеленә лә ауаздаш булғаны сикһеҙ ҡыуаныс бирә. Үҫмерҙәрҙең үҙ фекере булғанға ҡыуанам. 15 йәштә минең үҙ тауышым юҡ ине әле”.Фольклориада тураһында йырсы быға тиклем ҡыҙыҡһынғаны булмаған. Хәҙер иһә, был иҫ киткес масштаблы, сағыу тамашаны күреп, ғәжәпкә ҡалған. “Евровидение” кеүек ҙур мәҙәни сара, баҡһаң”, – тине ул, һоҡланыуын йәшермәй.Әйткәндәй, йырсыға башҡорт аштары бик оҡшаған. “Быға тиклем Мәскәүҙә лә башҡорт кухняһынан ҡайһы бер ризыҡты татып ҡарағаным булды, әммә бында, Башҡортостандың үҙендә, уларҙың тәме бөтөнләй икенсе”, – ти ул.
Панамаларҙың ялҡынлы бейеүҙәре
Фольклориаданың бишенсе көнө лә Башҡортостандың төрлө майҙандарында, шул иҫәптән Өфөлә, дауам итте. “Фольклориада йөрәге”ндә Словакия, Панама, Греция артистары сығыш яһаны. Грециянан килгән фольклор ансамбле боронғо милли кейемдәрҙә сығыш яһауы менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡтиһәң, был кейемдәргә бер быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Шулай булғас, коллективты ниндәйҙер кимәлдә музей һаҡсылары тип тә атап булыр ине. Грециянан һуң сәхнәгә сыҡҡҡан Панама артистары бейеүҙәренең ялҡыны, әйтерһең, тамашасыларға ла күсте. Артистарҙың дәртле хәрәкәттәренә ҡушылып, йыйылған халыҡ араһынан да бейергә төшөп китеүселәр табылды. Был ҡунаҡтарға, күренеүенсә, йылы тәьҫораттар бүләк итте. Панамалар менән тамашасы араһында күҙгә күренмәҫ күпер барлыҡҡа килде. Концерт тамамланғас, сағыу Панама ҡыҙҙары менән иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға теләгәндәр күп булды. Словак артистары ла алда сығыш яһаған илдәрҙән ҡалышманы. Егеттәрҙең дәртле йырлап, артынса уҡ дөпөлдәтә баҫып бейеп китеүе тамашасы күңелендә ауаздашлыҡ тапмай ҡалманы. Уларҙы сығыштарын тамамлап сәхнәнән сығып киткәнсе йылы алҡыштар оҙатты.Был кистең хедлайнерҙары, йәғни тамашаны йомғаҡлап ҡуйыр өсөн махсус саҡырылған ҡунаҡтары – француздарҙың “Рlantec” төркөмө менән Мәскәү һорнайсылары булды.Һорнайсылар коллективы – Рәсәйҙәге һорнай һәм барабандарҙан торған беренсе профессиональ оркестр. Музыканттар шотланд милли кейемендә сығыш яһаһа ла, уларҙың ижад емештәре был халыҡтыҡынан айырыла һәм тәжрибәүи музыка өлгөләре булып тора. Был хаҡта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа журналистар янына сыҡҡан оркестрҙың алмаштырғыһыҙ художество етәксеһе Артемий Воробьев һөйләп китте. Оркестр тамашасыларға шотланд, рус йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш булған сит ил көйҙәрен уйнап ишеттерҙе.
Саралар дауам итә
Кисә төп сәхнәлә Индонезия, Польша, Мексика коллективтары сығыш яһаны. Ҡаҙағстандың “Ulytau”(“Олотау”) этно-рок төркөмө махсус саҡырылған вәкилдәр булараҡ концерт программаһына йәм өҫтәне. Бөгөнгө программа ла бай йөкмәткеле, сағыу тамашаларға бай булмаҡсы. Салауат Юлаев майҙанында төрлө милләт вәкилдәренең кәсептәре сағылдырылған ҡыҙыҡлы күргәҙмә лә эшен дауам итә. Бында төрлө илдәр мәҙәниәтен сағылдырған сувенир әйберҙәрен һатып алырға мөмкин, оҫталар теләгәндәргә теге йә был биҙәүесте эшләргә өйрәтеп, оҫталыҡ һабаҡтары ла бирә. Был күргәҙмә янында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары булып тора, айырыуса кисен бында йәнлелек һиҙелә. Кем өлгөрмәгән, күргәҙмәне бөгөн дә барып ҡарарға була. Шуны әйтеп китергә кәрәк: фестивалдә Роспотребнадзорҙың санитар-эпидемиология талаптары тулыһынса күҙәтелә. Концерттарға килеү ирекле, битлек кейергә генә онотмаҫҡа кәрәк. Ябай ғына талаптарҙы теүәл үтәгән һәр кем Башҡортостанда барған сағыу ваҡиғаның, тиңе булмаған халыҡтар берлеге байрамының шаһиты була ала.10 июлдә VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы көтөлә. Иҫтәлекле сара шулай уҡ “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында, төп сәхнә – “Фольклориада йөрәге”ндә күрһәтеләсәк.
Мексиканка Роза башҡорт бейеүҙәрен оҡшата
Мексиканан килгән Роза Гонзалес халҡының легендаларын ҡул эштәре аша күрһәтә. Бында ҡаурыйлы йылан да, халыҡҡа ауыр саҡта аҙыҡ булып хеҙмәт итер кактус та бар. “Кактусҡа беҙҙә айырым мөнәсәбәт, – ти Роза. – Ул ҡасандыр аслыҡтан ҡотҡарған”.Роза – биш бала әсәһе, уның өс улы, ике ҡыҙы бар. Өлкән ҡыҙы ла ҡул эштәренә оҫта икән. Улар сигә, тегә, башҡа ҡул эштәре менән булыша. Был Роза өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, ә матди килем дә килтерә торған эш.Өфөнө бик оҡшатҡан Мексика ҡунағы. “Ҙур, матур, таҙа ҡала, – ти. – Милли аштарығыҙ ҙа оҡшаны, хатта ҡымыҙҙы ла ауыҙ иттем”.Беҙ һөйләшкән арала ҡаршыла ҡоролған сәхнәгә Өфөнөң “Мираҫ” фольклор ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары башҡорт бейеүе менән сыҡты. Роза уларҙың һомғол буй-һындарына ихлас һоҡланды, бейеү хәрәкәттәренең нәзәкәтлелегенә хайран булды. “Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек бейергә яратабыҙ!” – тине ул һәм урынында торған көйө генә дәртле хәрәкәттәр яһап алды. “Яраттым Өфөнө, Башҡортостанды, халҡығыҙҙы! Бында килеүемә шул тиклем бәхетлемен” , – тип хушлашты ул, “Мираҫ”тар артынан эйәреп, башҡорт бейеү хәрәкәттәрен ҡабатларға тырыша-тырыша.
Артемий Воробьев, Мәскәү һорнайсылар оркестры етәксеһе:
– Беҙ эксперименталь музыкаль шоу эшләйбеҙ, ул шотланд классикаһына һәм рус музыкаһын рокка, дискоға һәм башҡа күп төргә һалыуға нигеҙләнә, – тип таныштырып китте музыкант коллективының үҙенсәлеге менән. – Һорнай – бик үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта мөмкинлектәре сикләнгән музыка ҡоралы. Уның диапазоны тар, бөтә ноталар ҙа һыйып бөтмәй. Шуға ла унда уйнай торған көйҙө ныҡ һайларға кәрәк. Уның ҡарауы, килеп сыҡҡан моң бик ҡыҙыҡлы була, – тип һорнай хаҡында ла аңлатып китте. – Шотланд һорнайында уйнаһаҡ та, беҙ – рус колоритын йөрөткән, бөтә донъянан төрлө мәҙәниәттәрҙең сағыу төҫтәрен ҡулланған рус коллективы.– Фольклорға ҡағылышлы фестивалдәр, шул иҫәптән Өфөләге сара ла – бик шәп идея. Фольклор – ул һәр халыҡҡа ла яҡын күренеш. Донъя халыҡтарының бер-береһенән ҡырҡа айырылған мәҙәниәте лә барыбер ҡайһы яғы менәндер яҡын, халыҡ сәнғәтен яратҡан һәр күңелгә ауаздаш. Боронғо тамырҙарыбыҙҙан күсә килгән был рухи сығанаҡ һәр беребеҙҙә йәшәй, – тине.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.