

"Торатау" конгресс-холы амфитеатрында дуҫтарса мөхит хөкөм һөрә. VI Бөтә донъя фольклориадаһы аҙағына яҡынлашҡан һайын көн дә амфитеатрҙа уҙған концерт тамашалары ҡыҙа.
Бөгөн дә бында йыйылған халыҡ йыр-бейеү ярҙамында ер шарының төрлө илдәренә "сәйәхәт ҡыла".
Мәҫәлән, Фәләстин артистары Башҡортостан, Өфө мөхитен йыр-моң аша ғына түгел, башҡа сәбәптәр аша ла татып өлгөргән: бейеү ансамблдәренең бер өлөшө йома көнөндә генә була торған баш ҡала тығынына эләккән!
"Шуға күрә ижади коллективтың бер өлөшө һаман килеп етә алманы", - тип белдерә тамашаны алып барыусылар.
Был мажараға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар сәхнәлә ҡайһылай ҙа дәртле бейей, ҡарағыҙ әле!
Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.