

Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө Благовещен ҡалаһына ла килде.
Мәҙәниәтте үҫтереү үҙәге эргәһендәге сәхнәлә Рәсәй, Боливия, Греция, Үзбәкстан, Панама, Словакия илдәренән ҡунаҡтар татыулыҡ түңәрәгенә теҙелде. Панама вәкилдәре репетиция ваҡытында уҡ үҙҙәренең дәрт-дарманы һәм көслө тауыш вибрацияһы менән хайран ҡалдырҙы, рус халыҡ йыры “Калинка”ны башҡарыуҙары ла ғәжәпләндерҙе.
– Башҡортостанда беҙ тәүге тапҡыр. Арабыҙҙа күбебеҙ - студенттар. Фольклориадала ҡатнашыу – беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға. Һеҙҙә көтөлмәгәнсә йылы булып сыҡты, шуға үҙебеҙҙе өйөбөҙҙәге һымаҡ тоябыҙ. Мине Башҡортостандың тәбиғәте һәм халыҡтың ҡунаҡсыллығы әсир итте. Әгәр мөмкинлек сыҡһа, бында тағы ла килер инем, – ти Панаманан килгән төркөм гитарисы Себастьян.
Грецияның CIOFF ойошмаһы президенты Ионнидас Константинос был илдең музыканттары менән бергә килде. Ул республика урман-ҡырҙарының гүзәллеген билдәләне, башҡорт көйҙәренә һоҡланыуын белдерҙе. Башҡортостан кешеләрен Грецияға ҡунаҡҡа ла саҡырҙы: йылы ҡабул итәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне.
Байрамда рус, башҡорт, татар, мари халыҡтары мәҙәниәтен сағылдырған экспозициялар ойошторолғайны. Бында һәр кем үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараны: утын бысты, йөн иләне, халыҡ уйындарында ҡатнашты, милли ризыҡтар менән һыйланды.
Урындағы оҫталарҙың әйберҙәрен дә һатып алып була ине. Сит ил ҡунаҡтары бигерәк тә биҙәкле ҡалаҡтарҙы һәм матрешкаларҙы ярата икән.
Благовещен ерендә үткән Фольклориада сараларында райондың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашты, шул иҫәптән “Россияночка” һәм “Уралочка” рус йыры халыҡ ансамблдәре, “Потеха” рус халыҡ инструменттары оркестры, “Солнышко” өлгөлө хореографик ансамбле.
Фото “Панорама” гәзите төркөмөнән.