Фольклориада
9 Июль 2021, 18:55

"Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!"

Француз егете Алекс Асҡын, Борай, Мишкә, Ҡариҙел райондарына сәфәре хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!""Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!"
"Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!"

Бөтә донъя фольклориадаһында Франция мәҙәниәте менән таныштырған коллектив бейеүсеһе Александр (Алекс) Асҡын, Борай, Мишкә, Ҡариҙел райондарында булып, күргәндәренән бик йылы тәьҫораттар алған.

– Башҡортостан кешеләре бик мөләйем. Ҡайҙа булһаҡ та, йылы, үҙ күреп, яҡын дуҫтарылай ҡаршы алдылар, – тип һөйләй Алекс. – Быға тиклем Башҡортостан тураһында белмәй инем. Фольклориадаға килеп, үҙем өсөн тағы бер үҙенсәлекле, дуҫтарса мөнәсәбәтле халыҡты астым. Башҡортостанда үткән фестиваль башҡорт халҡы, уның ҡурайы менән танышыу бүләк итеү менән бер рәттән, башҡа илдәрҙән дуҫтар табырға ла ярҙам итте.

Ҡайтҡас, һеҙҙең турала һөйләп, дуҫтарымды “Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!” тип саҡырасаҡмын әле. Был Фольклориада ҡабатланмаҫ тәьҫораттар, иҫ киткес күтәренке кәйеф, дуҫтарса мөхит, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ халыҡтар байрамы булып иҫтә ҡалыр!

Автор фотоһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас