VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы бөгөн, 10 июлдә, 17.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа башлана. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, ҙур фольклор байрамын ябыу сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ тамаша буласаҡ.
Сара барышында Салауат Юлаев һәйкәле майҙаны өҫтөнән “Русские витязи” пилоттар төркөмөнөң осошо көтөлә. Әйтергә кәрәк, етеҙ самолеттар ОДК-УМПО етештергән мотор ярҙамында эшләй.
Концерт программаһына килгәндә, уны бөтә донъяға билдәле Пятницкий исемендәге Рус дәүләт академия халыҡ хоры аса. Айырыуса 19 илдең – Боливия, Коста-Рика, Колумбия, Хорватия, Эстония, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Польша, Черногория, Панама, Франция, Мексика, Румыния, Рәсәй, Эквадор, Швейцария, Үзбәкстан, Парагвай һәм республикабыҙҙың күренекле Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығыштары көтөлә. Легендар Эмира Кустурицаны тамашасылар кинәнеп тыңлаясаҡ.
Сара һуңында Бөтә донъя фольклориадаһының әләме төшөрөлөп, CIOFF@ президенты Филипп Боссанға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ әлеге фольклор байрамының үҙенсәлекле символы булған 37 илдең тәңкәһе тегелгән башҡорт селтәрен республикабыҙҙың Милли музейына тапшырыу ҙа иҫтәлекле мәлдәрҙең береһе буласаҡ. Артабан инде Өфө күген сағыу фейерверк уттары биҙәйәсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.