Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 22:50

CIOFF Президенты Филипп Боссанға - Халыҡтар дуҫлығы миҙалы!

“VI Бөтә донъя фольклориадаһы аҙағында халыҡтар мәҙәниәтенең, кешелеклек кеүек сифаттарҙың мөһим икәненә тағы ла бер тапҡыр төшөндөк". 

CIOFF Президенты Филипп Боссанға - Халыҡтар дуҫлығы миҙалы!
CIOFF Президенты Филипп Боссанға - Халыҡтар дуҫлығы миҙалы!

Бөтә донъя фольклориадаһын Башҡортостанда ойоштороуҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән CIOFF Президенты Филипп Боссан һәм Рәсәй дәүләт халыҡтар ижады йорто директоры Тамара Пуртова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

 

Ҡунаҡтар өсөн был көтөлмәгән ваҡиға булған күрәһең – Филипп Боссан да, Тамара Пуртова ла күҙ йәштәрен йәшермәне.

“VI Бөтә донъя фольклориадаһы аҙағында халыҡтар мәҙәниәтенең, кешелеклек кеүек сифаттарҙың мөһим икәненә тағы ла бер тапҡыр төшөндөк.

Фольклориадала ҡатнашҡан бар делегациялар ҙа был фестивалдең Өфөлә гөрләп үтеүе өсөн ҙур көс һалды.

Пандемия кеүек касафатҡа ла ҡарамай был сараны үткәреү һөҙөмтәһенә ирештек. Фольклориада пандемия ваҡытында ойошторолоған ҙур сара булараҡ тарихҡа инәсәк.

Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбировҡа, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.

 

CIOFF ойошторған фестивалдәрҙә осрашырға яҙһын!” – тине Филипп Боссан, һәм рәсми рәүештә VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыҡ, тип иғлан итте.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: