Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 18:30

Өфө күген "Рус витяздары" биҙәне!

VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы авиашоуҙан башланды.

Өфө күген "Рус витяздары" биҙәне!
Өфө күген "Рус витяздары" биҙәне!

VI Бөтә донъя фольклориадаһының бөгөн һуңғы көнө – фестивалде ябыу тантанаһы бара.

Ул Башҡортостан халҡын һәм Фольклориада ҡунаҡтарын беренсе минуттарынан уҡ әсир итте – байрамдар теҙмәһе авиашоу менән башланып китте. “Рус витяздары” пилотаж төркөмө Салауат Юлаев майҙаны, “Торатау” конгресс-холлы, уның амфитеатры өҫтөнән осоп, ғәжәп тамаша бүләк итте.

Су-30СМ менән Су-35 истребителдәре һауала төрлө алымдар эшләп кенә ҡалманы, “ҡойроҡ”тарынан ут та сәсте: фейерверктар һибелде. Самолеттарҙың һәр береһендә – 150-нән ашыу ат көсө, улар менән тәжрибәле осоусылар идара итә.

Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы дауам итә, әлеге ваҡытта Пятницкий рус академия дәүләт хоры сығыш яһай, алда 19 илдән сығыштар көтөлә. Беҙҙекеләрҙән байрамды Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле һәм “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө биҙәй.

Ғәжәйеп тамаша авиашоу менән генә сикләнеп ҡалмай, ҡала халҡын һәм Фольклориада ҡунаҡтарын лазер-шоу, байрам салюты көтә.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: