Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост һәм видеояҙма менән уртаҡлашып, VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
“Башҡортостанда Фольклориада барған был көндәрҙә беҙҙең идара итеү командаһы айырым режимда эшләне. Һәр ерҙә лә тәртип, ҡунаҡтарға – уңайлы, халыҡҡа ҡыҙыҡлы булыуы мөһим ине. Әлбиттә, фестивалдең һығымталарын айырым яһаясаҡбыҙ әле. Әммә әле үк тыныслыҡ һәм изгелек байрамын булдырҙыҡ, тип әйтә алам. Республиканың ауыл һәм ҡалаларында тиҫтәләрсә концерттар, телеканалдарҙа бер нисә тәүлек барған тура трансляциялар, планетаның төрлө мөйөштәрендәге киң мәғлүмәт сараларындағы меңдәрсә яҙмалар, яңы таныштар, ҡатнашыусы илдәр араһындағы ысын дуҫлыҡ...
Беҙ Рәсәйҙең сағыу һәм ҡунаҡсыл, диалогҡа һәм яңы мөмкинлектәргә асыҡ ил булыуын тағы бер тапҡыр раҫланыҡ.
Фольклориадаға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт! Барығыҙға ла тыныслыҡ, сағыу тәьҫораттар һәм һаулыҡ теләйем!” – тип яҙҙы ул.