Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 21:10

“Фольклориада йөрәге”ндә бар йөрәктәр бергә типте

Өфө амфитеатрында VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы дауам итә.  

“Фольклориада йөрәге”ндә бар йөрәктәр бергә типте
“Фольклориада йөрәге”ндә бар йөрәктәр бергә типте

VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы дауам итә.

Рәсәй мәҙәниәтен сағылдырған М. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры, Башҡортостанды танытҡан "ғәскәровсы"ларҙың ялҡынлы бейеүе, “Арғымаҡ” төркөмө сығышынан һуң сәхнә түренә Фольклориадаға төрлө илдәрҙән килгән делегаттар сыҡты: Боливия, Коста-Рика, Колумбия, Хорватия, Эстония, Индонезия, Камерун, Польша, Черногория, Панама...

Милли кейемдәр, йыр-бейеүҙәр төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша, ҡунаҡтарҙы амфитеатрға йыйылған халыҡ ихлас алҡыштар менән оҙата. Ҡаҙағстан вәкилдәрен тамашасылар айырыуса йылы ҡаршы алды, “О-о, күршеләр сыға!” – тип сәләмләне.

Бөгөнгө йылы тамашала 19 ил коллективы сығыш яһай. Кисәнең саҡырылған ҡунағы – Югославия һәм серб кинорежиссеры, билдәле актер Эмир Кустурица.

Әле фольклориаданы ябыу тамашаһының иң ҡыҙған мәле.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: