Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 22:30

Хуш, Фольклориада-2021!

“Фольклориада йөрәге”ндә фестивалдә ҡатнашҡан илдәрҙең сығыштары тамам.

Хуш, Фольклориада-2021!
Хуш, Фольклориада-2021!

“Фольклориада йөрәге”ндә фестивалдә ҡатнашҡан илдәрҙең сығыштары тамам. Тулҡынландырғыс мәл – CIOFF -тың милли секциялары етәкселәре, делегаттар Тыныслыҡ ағасына төҫлө таҫмалар бәйләне. Был мәлдә күптәрҙең күҙҙәренә йәш килгәндер. VI Бөтә донъя фольклориадаһының иҫтәлеге булып ҡаласаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – селтәр рәүешендә эшләнгән биҙәүескә һуңғы билдә һалынды – Фольклориадала ҡатнашҡан илдәрҙең тәңкәләре тегеп ҡуйылды. Иҫтәлекле селтәр Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ.

Аҙнанан ашыу барған милли мәҙәниәттәр фестивале тамамланыуға яҡынайған һайын, күңелдәр йомшара бара, шатлыҡ хисе еңел һағыш менән ҡатыша...

Кульминацион мәл – теләктәр яҙылған ваҡыт капсулаһын VII Фольклориада вәкилдәренә еткереү. Был иҫтәлекле сараны Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тормошҡа ашырҙы: капсуланы CIOFF президенты Филипп Боссан ҡулына тапшырҙы.

Бынан аҙаҡ, Фольклориаданың рәсми рәүештә ябылыуын иғлан итер өсөн, Ә. Шафиҡова менән Ф. Боссан һүҙ алды. Бар тирә-яҡ, тамашасылар, ҡатнашыусылар был мәлдә моңло һағышҡа сорналды.  

А.Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: