Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 22:35

Күҙ йәштәре аша хушлашалар...

VI Бөтә донъя фольклориадаһы ябыҡ тип иғлан ителде.

Күҙ йәштәре аша хушлашалар...
Күҙ йәштәре аша хушлашалар...

VI Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми рәүештә ябыр өсөн сәхнәгә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF Президенты Филипп Боссан, ошо уҡ ойошма вәкилдәре,  Рәсәй дәүләт халыҡтар ижады йорто директоры Тамара Пуртова күтәрелде.

 

“Һеҙҙең менән хушлашыуы яманһыу, хатта күк тә илай, - тип башланы телмәрен мәҙәниәт минтистры Әминә Шафиҡова, - Оҙаҡҡа айырылышмаҫбыҙ, әле күп тапҡырҙар осрашырбыҙ, тип ышанғы килә. Фольклориадаға килгәндәрҙең барыһы ла Рәсәйҙең, Башҡортостанджың ҡунаҡсыллығын татығандыр, тигән өмөттәбеҙ.

Был көндәрҙә республика ҙур бер концерт майҙанына әүерелде, ә сит ил ҡунаҡтары урындағы халыҡты үҙҙәренең сығыштары, мәҙәниәттәре менән хайран итте. Ә уларҙың русса, башҡортса йырлауҙары айырым бер тамаша!”

 

Министр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Бөтә донъя фольклориадаһына килгәндәргә яңы танышыуҙар, яңы дуҫлыҡ ептәре, йылы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: