Бөгөн, 10 июлдә – VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу көнөндә, мөрәжәғәттәр яҙылып, ваҡыт капсулаһына һалынды.
Шулай уҡ CIOFF менән Республика халыҡ ижады үҙәге араһында матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау, таратыу һәм киләһе быуындарға тапшырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйылды. Был хаҡтағы документҡа CIOFF Президенты Филипп Боссан һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков ҡул ҡуйҙы. 37 илдән килгән ҡунаҡтар ошо иҫтәлекле ваҡиғаларҙың шаһиты булды.
Милли делегациялар ултырышында VI Бөтә донъя фольклориадаһының ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары киләһе быуын вәкилдәренә һәм VII Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларына төбәп мөрәжәғәттәр яҙҙы һәм уларҙы ваҡыт капсулаһына һалды. Мөрәжәғәттә киләсәккә төбәлгән изге, ихлас теләктәр урын алды. Капсулаларға мөрәжәғәттәр менән бергә фольклориаданың символдары – тәңкәләр, биҙәүестәр, милли костюмдарҙың туҡыма өлгөләре лә һалынды. Мәҫәлән, CIOFF Президенты Филипп Боссан капсула эсенә – тәңкә, ә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова – рус матрешкаһын, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова иҫтәлекле биҙәүес төшөрҙө.
Шулай уҡ бөгөн иртәнсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары Салауат Юлаев майҙанында иҫтәлеккә күмәк фотоға төштө.
Ҙур фольклор байрамын ябыу тантанаһы бөгөн 17.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа башлана. Программала – авиашоу, донъя һәм Рәсәй кимәлендә билдәле артистарҙың коллективтарҙың сығыштары ҡаралған. Байрам ҙур фейерверк менән тамамлана.
Инеү бушлай, битлек режимын һаҡлау – мотлаҡ.
Рәмил Нафиҡов фотолары.