Югославия һәм серб кинорежиссеры, актер Эмир Кустурица VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыуын ҙур бәхет, тип һанай. Ул бигерәк тә Башҡортостан тәбиғәтенә ғашиҡ булыуын билдәләне. Мәртәбәле ҡунаҡ рус телендә иркен аралаша.
– Ғәжәп, Өфө ҡалаһы – тау башында, бик күркәм урында урынлашҡан, – тип һөйләй Эмир Кустурица. – Һеҙҙә – иркенлек. Күп ерҙәрҙә булдым, тәбиғәтегеҙ һәм кешеләрҙең асыҡ күңелле булыуы, беҙҙең менән ихлас аралашыуы оҡшаны.
Эмир Кустурица ҙур концерт программаһы алып килгән. Маҡсаты – халыҡтарҙы йыр-моң аша бәхет иленә әйҙәү. Фестиваль - ул донъя мәҙәниәтенең бер өлөшө, сәнғәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә бер аҙым, ти ижади шәхес.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.