Әлеге сәғәттәрҙә Башҡортостан VI Бөтә донъя фольклориадаһын тамамлай. Йомғаҡлау тамашаһына фестивалдә ҡатнашҡан бар илдәрҙең дә тиерлек коллективтары йыйылды. Оло байрам ябылғанға тиклемге һанаулы ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә тырышып, сит ил вәкилдәре иҫтәлекле мәлдәрҙе фотоға төшөрөргә, "Фольклориада йөрәге" типкән матур майҙандан асылған хозур күренештәр солғанышында үҙҙәрен дә һынландырып ҡалырға ашыға. Форсаттан файҙаланып, артистар янына ашыҡтыҡ. Фотола һеҙ күргән өс һөйкөмлө кеше – Румыниянан килгән ике Алекс һәм Теодора.
Румыниянан килгән делегаттар шундай ҙур сәхнәлә, күмәк кеше алдында тәүге тапҡыр сығыш яһаған, шуға күрә Фольклориаданан алған иң сағыу тәүге тәьҫораттары ла ошо сығыш менән бәйле.
Алекстарҙың береһенә (фотола - һулда) Көньяҡ Кореяла үткән Фольклориадала (2012 йыл – авт.) ҡатнашырға яҙған. "Башҡортостандағы фестиваль күпкә масштаблы ғына түгел, әллә күпмегә сағыуыраҡ һәм тәьҫирлерәк тә, – ти ул. – Айырыуса фестивалде асыу тантанаһы быға тиклемгеләр араһынан ҡырҡа айырыла, ныҡ эффектлы шоу булды, ауыҙыбыҙҙы асып ҡараныҡ".
Ә румын ҡыҙҙары үҙҙәренә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – тәңкәләр менән биҙәлгән һаҡалды – һатып алған. "Өфөләге һәйкәлдәрҙе ҡарап йөрөнөк. Айырыуса Салауат батырығыҙға ҡуйылған һәйкәл, Дуҫлыҡ монументы иҫтә ҡалды. Монументтағы башҡорт ҡыҙы таҡҡан биҙәүесте күреп һоҡландыҡ. Һеҙҙең оҫталарығыҙ ҙа ундайҙы эшләй икән, табыуы ҡыйын булманы, – ти Теодора. – Биҙәүесте Румынияға ҡайтҡас та тағып йөрөйәсәкбеҙ әле!"
Румын дуҫтарға бөгөн бер аҙ моңһоу ҙа, сөнки һигеҙ көн буйы барған дуҫлыҡ, матурлыҡ, халыҡтар берҙәмлеге байрамы аҙағына яҡынлаша. Донъяла халыҡтар тыныслыҡта йәшәп, ошондай иҫтәлекле мәҙәни сараларҙа яңынан осрашырға яҙһын, тигән изге теләктәрен еткерҙе улар.
Автор фотоһы.