Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 22:45

Селтәр – дуҫлыҡ символы

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе VI Бөтә донъя фольклориадаһының символына әйләнде. 

Селтәр – дуҫлыҡ символы
Селтәр – дуҫлыҡ символы

VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәренә символик тәңкә тегелеп, был биҙөүес Башҡортостандың Милли музейына тапшырылды.

– Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың тәңкәле селтәре – халыҡтарҙы берләштереү символына эйә, – тине Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Шул уҡ ваҡытта матди-мәҙәни ҡомартҡы объекты ла һанала. Беҙ халҡыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡалабыҙ.

 

 

Фото: ирекле сығанаҡтарҙан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: