Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 11:30

Ҡунаҡтар Ишембай һабантуйы тураһында

Колумбия ҡунағы Даниэль Руаноға ни өсөн Башҡортостанда рәхәт? 

Ҡунаҡтар Ишембай һабантуйы тураһында
Ҡунаҡтар Ишембай һабантуйы тураһында

Бөтә донъянан төрлө милләттәрҙең ижади коллективтары Башҡортостанға 2020 йылда йыйылырға тейеш ине, әммә пандемия арҡаһында Бөтә донъя фольклориадаһы бер йылға кисектерелде. Һәм әлеге көндәрҙә беҙҙә, һаҡланыуҙың бөтә төр саралары ла үтәлеп, ҙур фольклор байрамы дауам итә. 

Фольклориада форматы шуның менән отошло, ҡунаҡтар тотош республикабыҙ буйлап сәйәхәт итә. Мәҫәлән, кисә, 9 июлдә, ҡунаҡтар Ишембайҙа булды. Ҡаланың “Нефтселәр” стадионында URBAN-Һабантуй ойошторолдо. Бай йөкмәткеле күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, күңелле уйындар - шуға асыҡ миҫал. Уларҙа йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. 

Ишембайҙа URBAN-Һабантуй айҡанлы Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов барыһын да ҡотланы, уңыштар теләне, баҫыу уңғандарына бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.

Фестиваль Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың фольклор коллективиарының сығышынан башланды. Әйткәндәй, Ишембай Австрия, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия, Польша илдәренән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Сит ил ҡунаҡтары Кинйәбулат ауылынан 85 йәшлек Хәмдиә Йәнтүринаның милли кейемдәренә һоҡланыу белдерҙе Шулай уҡ  төбәктең билдәле ҡурайсыһы Кинйә Әхмәҙиев менән аралашты. Айырыуса Колумбия вәкилдәре ҡурайға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Кинйә Әхмәҙиев уларға башҡорт халыҡ көйҙәре менән бер рәттән "Титаник" фильмында яңғыраған билдәле көйҙә лә уйнап ишеттергән. Ҡунаҡтар шундай ябай ғына инструментта шул тиклем ҡатмарлы композицияларҙы уйнау мөмкинлегенә ғәжәпләнгән. "Таныш көйҙө ишетеү ҡунаҡтар менән беҙҙең араны тағы ла яҡынайтып ебәрҙе. Беҙ Колумбиялағы һәм Рәсәйҙәге тормош-көнкүреш тураһында һөйләштек", - ти ҡурайсы. 

Колумбия ҡунағы Даниэль Руано әйтеүенсә, Башҡортостандың климаты уларҙыҡына оҡшаған. Бындай эҫелә уға рәхәт. Ул киреһенсә Рәсәйҙә һыуыҡ булыр, тип уйлаған һәм үҙе менән байтаҡ ҡына йылы кейемдәр алған булған. 

– Рәсәйгә килер алдынан бында ҡырыҫ халыҡ йәшәйҙер тигәйнем, баҡтиһәң, бында асыҡ һәм алсаҡ кешеләр ғүмер итә, – тип шатлығы менән бүлешә Испания артисы Алехандро Рубио.

Ә Австриянан килгән Мартин Тейпингер билдәләүенсә, улар ике йыл элек Рәсәйҙә булған, уның ҡарауы, Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Барыһы ла оҡшаған, күңелендә бай тәьҫорттар ҡалған. Шулай уҡ Польшанан Доминика һәм Ангелика Шолдровка, Патрик Рудковски, Ҡаҙағстандан Руслан Жангулин Башҡортостан, фольклориада һәм Ишембай һабантуйы тураһында яҡшы фекерҙәрен әйтте.

 

Фото: Гөлнора Йәмилева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: