Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
11 Июль 2021, 10:00

Фольклориада – һандарҙа

Башҡортостандағы Фольклориада тураһында сит илдәрҙә күпме материал баҫылды, нисә пост ҡуйылды?

Фольклориада – һандарҙа
Фольклориада – һандарҙа

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы (CIOFF) тамамланды. Фестиваль 3 июлдән 10 июлгә тиклем дауам итте. 37 илдән төрлө милләт вәкилдәре йыйылды.

Сара барышында бер әйлән-бәйләндә ҡатнашҡан илдәр һәм милләттәр һаны буйынса ике донъя рекорды ҡуйылды. Унда донъяның 57 иле һәм 71 милләт вәкилдәре тупланды. Әйлән-бәйләндә 2 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

“Өфө – Арена” боҙ һарайында тантананы асыуҙа бер меңдән ашыу артист ҡатнашты, 500-ҙән ашыу интеллектуаль яҡтылыҡ приборы ҡулланылды, 800 квадрат метр яҡтылыҡ экраны, үҙенсәлекле автоматлаштырыу механизмы һәм системалары, лазерлы видеопроекторҙар һәм башҡа тәьҫиле саралар файҙаланылды.

“Торатау” конгресс-холы алдындағы амфитеатрҙа үткәрелгән байрамды ябыу сараһында донъяның 19 ил вәкиле сығыш яһаны, алты истребителдән торған авиашоу  мауыҡтырғыс булды.

Өфөләге төп сәхнәлә - “Фольклориада йөрәге”ндә һәм республиканың 22 районында 61 концерт ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар төбәк буйлап 10 мең километр юл үтте.

4 июлдән 9 июлгә тиклем республиканың Милли музейында “Донъя халыҡтарының маскалары” тигән халыҡ-ара күргәҙмә һәм “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары” фотолар күргәҙмәһе халыҡты ҡабул итте. Фестивль барышында Өфөлә фан-зоналар эшләне. Сараны трансляциялау өсөн өс майҙанда экрандар һәм тауыш аппаратуралары ҡуйылды.Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары тура эфирҙа барған тапшырыуҙарҙы асыҡ һауала ҡарай алды.

4 июлдән 10 июлгә тиклем “Торатау” конгресс-холының өҫкө майҙанында халыҡ-ара кәсептәр һәм һөнәрҙәр күргәҙмәһе эшләне. Өфө ҡалаһының 39 предприятиеһы, ойошмаһы һәм эшҡыуарҙары сувенир продукцияһын халыҡҡа тәҡдим итте. 50 илдә Башҡортостандағы Фольклориада тураһында материалдар баҫылып сыҡты. Сит ил социаль селтәрҙәрендә 1,5 меңдән ашыу пост донъя күрҙе. Донъяның 30 илендә киң мәғлүмәт саралары, телерадиокомпаниялар Башҡортостанда үткән сараны яҡтыртты.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

 

Фольклориада – һандарҙа
Фольклориада – һандарҙа
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: