Башҡортостандың мәҙәниәт министры аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһы сараларын республикала 300 меңдән ашыу кеше ҡараған. Унда донъяның 37 иленән бер меңдән ашыу кеше килгән. Байрамды ойоштороуға 3,5 меңдән ашыу ирекмән, журналист, куратор, тәржемәсе һәм башҡалар йәлеп ителгән.
Халыҡ ижады байрамы 28 концерт майҙансығында үткән. Фольклориада парадында 2700 кеше ҡатнашҡан, ике донъя рекорды ҡуйылған. “Донъя халыҡтарының битлектәре” күргәҙмәһендә 27 илдән 32 экспонат ҡуйылған. Баш ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында һөнәрселәр күргәҙмәһендә 37 дәүләттән оҫталар үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланыуын йәшермәне, республика халҡының ҡунаҡсыллығына юғары баһа бирҙе.
Фольклориадала санитария-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешенә айырым иғтибар бирелде. “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак байрам барышында 4418 лаборатор тикшеренеү үткәрелеүе тураһында һөйләне. 28 пробала йоғошло ауырыу, шул иҫәптән ковид һәм киҫкен респиратор сир асыҡланған. Ауырыуҙар теркәлгән коллективтар Фольклориада сараларында ҡатнаштырылмаған. Әйткәндәй, байрамға килгәндәрҙең 80 проценттан ашыуы алдан уҡ вакцина яһатҡан.
Радий Хәбиров ҙур сараға әҙерлектә һәм уны үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.
– Ошо фестивалде үткәреп, беҙ халыҡ дипломатияһын үҫтереүгә лә тос өлөш индерҙек, – тине ул.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143486.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143486.htm