Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
12 Июль 2021, 14:30

Республикала Балалар фольклориадаһы булырмы?

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо хаҡта белдерҙе.

Республикала Балалар фольклориадаһы булырмы?
Республикала Балалар фольклориадаһы булырмы?

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Фольклориада йомғаҡтары, Балалар фольклориадаһы тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, Республика халыҡ ижады үҙәге менән CIOFF Өфөлә Балалар фольклориадаһын үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәте ойошмаларының халыҡ-ара советы был мәсьәлә хаҡында әлегә уйлай.

“Балалар фольклориадаһы буйынса аныҡ ҡарар быйыл ноябрҙә Будапештта CIOFF советында ҡабул ителәсәк”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

 

Фото: culture.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: