Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
16 Июль 2021, 23:15

"Һәр берегеҙ баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе"

VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дәүләт наградалары тапшырҙы.

"Һәр берегеҙ баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе"
"Һәр берегеҙ баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе"

Бөгөн баш ҡалала CIOFF VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дәүләт наградалары тапшырҙы.

"3 – 10 июлдә Евразия континентының ҡап уртаһы – Өфө ҡалаһында донъя мәҙәниәтендәге иң сағыу сараларҙың береһе – Фольклориада үтте. Бер аҙнаға Башҡортостан фольклор, туризм, ҡунаҡсыллыҡ үҙәгенә әүерелде. VI Бөтә донъя фольклориадаһы юғары кимәлдә ойошторолоуы, һәр яҡлап санитар-эпидемиологик сараларҙың үтәлеүе менән айырылып торҙо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сараны үткәреүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм", - тине Азат Шамил улы.

Башҡортостан Башлығы ҡарары менән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, Бөтә донъя фольклориадаһын асыу һәм ябыу тантанаһының баш режиссеры, “Фольклориада йөрәге” фестивален ойоштороусы Айҙар Зөбәйҙуллин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Республиканың мәҙәни программалар һәм гастроль эшмәкәрлеге дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары Антон Мазетов менән белгестәр Айһылыу Байғусҡарова, Екатерина Хәйбуллина; Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социаль мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Имәнғәлин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫарҙары Владислав Мансуров менән Альбина Юлдашбаева, ошо уҡ ойошманың бүлек мөдире Зарина Хәсәноваға Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары тапшырылды.

А. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминевкә; Республика халыҡ ижады үҙәге режиссеры Линара Таһирова менән бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәноваға; “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры Байрас Ишбирҙинға; “Башҡортостан” дәүләт концерт залы режиссеры Илшат Фәхретдиновҡа; Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социаль мәҙәниәт эшмәкәрлеге бүлеге белгесе Земфира Ярмуллинаға; Республиканың хәрби музейы директоры Илшат Үтәевкә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

“Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” исеме Транспорт идаралығы водителе Олег Чувыровҡа тапшырылды. Шулай уҡ Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттарын VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү буйынса дирекция хеҙмәткәрҙәре, Фольклориаданың медиа-штабы, Башҡортостандың мәҙәни программалар дирекцияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡортостандың эпидемиология һәм гигиена үҙәге хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡаларға тапшырҙы.

Был тантаналы саранан тыш, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова шулай уҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ведомство наградаларын тапшырҙы.

"Фольклориада Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн ҙур һәм әһәмиәтле сара булды. Республика оло эш атҡарҙы, барыбыҙ бер команда булып тупланып, юғары кимәлдә эшләнек. Һәр берегеҙ сараны үткәреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе", - тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Рәмил Нафиҡов фотолары.

 

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: