Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
8 Сентябрь 2021, 20:15

"Ҙур сараларҙың файҙаһы күберәк булды"

Радий Хәбиров пандемия осоронда республикала ҙур сараларҙың ни өсөн үткәрелгәнен аңлатты.

"Ҙур сараларҙың файҙаһы күберәк булды"
"Ҙур сараларҙың файҙаһы күберәк булды"

Башҡортостан Башлығы менән "тура бәйләнеш" ваҡытында блогер ҡыҙ Радий Хәбировтан, ни өсөн пандемия ваҡытында Фольклориада һәм башҡа ҙур ваҡиғалар үткәрелде, тип һораны.

Ысынлап та, һуңғы айҙарҙа республикала донъя һәм ил кимәлендәге ҙур саралар - көрәш буйынса донъя чемпионаты, "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты, Фольклориада уҙҙы.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, һәр сараның үҙ тарихы бар, уларҙың бөтәһе лә Башҡортостан өсөн мөһим.

– Беҙҙә һуңғы арала өс ҙур сара үтте. Һәр ваҡыт мөмкин булған зыян менән файҙа араһында баланс эҙләйбеҙ. Беҙҙеңсә, файҙа күберәк булды. Ағымдағы хәлдәр ҙә ул тиклем фажиғәле түгел ине, ябылып, бер нәмә лә үткәрмәй ултырырлыҡ булманы. Һәр сара уйланылған, һәр береһенең ҙур файҙаһы бар, улар араһында беҙҙең республика тураһында һөйләнеләр, ишеттеләр. Фольклориадаға, мәҫәлән, 37 илдән ҡунаҡтар килде, дуҫлыҡ байрамы ойошторолдо. Көрәш буйынса чемпионатта 55 илдән ҡатнаштылар, уны меңдәрсә малай ҡараны, был - спорт үҫешенә ҙур ҡеүәт. "World Skills" – һөнәри белем биреү өсөн баһалап бөткөһөҙ этәргес, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, уны ныҡ тәнҡитләгәндәр. Тик пандемия башланғаны бирле республика сикләү шарттарында ла йәшәргә өйрәнде. Сараларҙы үткәргән саҡта барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлде. Ауырыу осраҡтары асыҡланған осраҡта, тиҙ арала тейешле саралар күрелде.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: