Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
15 Ноябрь 2021, 21:30

Башҡортостанда балалар фольклориадаһы үтәсәк

"Был бик матур сара, ул Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән ваҡытҡа тура киләсәк".

Башҡортостанда балалар фольклориадаһы үтәсәк
Башҡортостанда балалар фольклориадаһы үтәсәк

2024 йылда Өфөлә I Бөтә донъя балалар фольклориадаһы үтәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Ҡарар Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәтен ойоштороу советының 50-се Генераль ассамблеяһында ҡабул ителде, уның эшендә республиканан да делегация ҡатнашҡайны. Саммит Будапешта 7-9 ноябрҙә үтте. CIOFF ағзалары Башҡортостанда 3 - 10 июлдә үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһы йомғаҡтарын тикшерҙе. Халыҡ ижады байрамы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр уҙҙы һәм 37 илдән ҡатнашыусыны йыйҙы. Фольклориаданы асҡан саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм CIOFF президенты Филипп Боссан республикала Бөтә донъя балалар фольклор фестивален үткәреү башланғысы менән сыҡҡайны.

"Фольклориадала яҡынса 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашыр тип көтөлә. Сара 2024 йылдың 1 июнендә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, тантаналы асыласаҡ", – тине Әминә Шафиҡова.

Төбәк етәксеһе Мәҙәниәт министрлығы коллективына был мәсьәләне уңышлы башҡарғаны, Өфөлә йәнә ҙур сара үткәрә алыуға өлгәшкәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Балалар фольклориадаһын үткәреүгә табан тәүге аҙым яһаныҡ. Хәҙер илебеҙ Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итәсәкбеҙ, уның ҡарары кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был бик матур сара, ул Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән ваҡытҡа тура киләсәк. Рәсәйҙең дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә асыҡ булыуын, кешелек ҡиммәттәре беҙҙең өсөн иң мөһиме икәнлеген күрһәтәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: