

Өфөләге "Торатау" конгресс-холында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына бағышланған матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
23-27 июндә уҙған байрамда илебеҙҙең бөтә төбәктәренән дә тиерлек бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнаша. Луганск Халыҡ Республикаһынан, Чечен Республикаһынан, шулай уҡ Архангельск өлкәһенең Ненец автономиялы округындағы Нарьян-Мар ҡалаһынан, республикабыҙҙың Күмертау ҡалаһынан килгән ижади коллективтар, хәйер, барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел, шуға асыҡ миҫал.
В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, фольклориаданы ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Тамара Валентиновна билдәләүенсә, бөтә күрһәткестәрҙе алып ҡарағанда ла, Башҡортостан һәр ваҡыт алдынғы урындарҙа. Мәҫәлән, клубтар һаны буйынса ул Рәсәйҙә – лидер. Әйтәйек, илебеҙҙә 90 проектты тормошҡа ашырырға кәрәк икән, шуның алтауһы Башҡортостанға тура килә. Хәйер, республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын юғары кимәлдә уҙғарған икән, әлеге байрамдың да матур уҙырына тамсы ла шик юҡ.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов фольклориаданы ойоштороу урыны итеп Өфөнө һайлағандары һәм ышаныс белдергәндәре өсөн Тамара Валентиновнаға һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына оло рәхмәтен белдерҙе һәм Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына әҙерлек тураһында һөйләне.
– Байрам Өфөнөң төрлө урындарында үтә, – тине Фәнүр Рәфис улы. – Совет майҙанында фольклориаданы асыу тантанаһы ойошторола, унда, әлбиттә, балаларҙың сағыу сығышы көтөлә. Өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы һәр майҙансыҡта көтөп ҡалабыҙ. Сара Рәсәй Халыҡтарының берҙәмлек йылында һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылында берләшеүгә, дуҫтар табыуға, бәйләнештәрҙе нығытыуға этәргес буласаҡ.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк филиалы директоры Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, ниндәй генә осор булмаһын, халыҡ ижады һәр саҡ йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Яңы жанрҙар барлыҡҡа килә, фольклор алғы һыҙыҡта ла йәшәй.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, республикабыҙҙың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм башҡалар ҙа әлеге сараға ҡағылышлы фекерҙәрен әйтте.
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһы 24 июнгә планлаштырылған.
Илдар Аҡъюлов фотоһы.