Фольклориада
24 Июня , 09:30

Өфөлә балалар байрамы

"Вечерка" халыҡ ансамблендә шөғөлләнеүсе балалар Өфөгә аяҡ баҫты

Өфөлә балалар байрамыӨфөлә балалар байрамы
Өфөлә балалар байрамы

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө, үҙ сиратында, республикабыҙҙың етәкселеге III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын юғары кимәлдә үткәреү өсөн бар көсөн һала. Илебеҙҙең бөтә субъектатрынан да ҡыҙ һәм малайҙар беҙгә килеүен дауам итә.

Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһенең "Вечерка" халыҡ ансамблендә шөғөлләнеүсе балалар Өфөгә аяҡ баҫты. Коллективтың етәксеһе Ольга Кузьменко һөйләүенсә, ул 12 ҡыҙ һәм малайҙы Башҡортостанға алып килгән. Мәскәүҙәр Өфөлә – беренсе тапҡыр. Бында уларға барыһы ла оҡшаған. Ә Курск өлкәһенән Ариада Шестопалова сәхнәлә балалайка, рожок кеүек уйын музыка ҡоралдарында уйнап күрһәтәсәк. Шулай уҡ Иркутск өлкәһенән, Яҡут Республикаһынан да йәш таланттар килде.

Фото: Молодежная газета.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас