Фольклориада
26 Июня , 13:15

"Ай-йола" ғашиҡ итә

Төркөм күптән сәңгелдәк йырын ижад итергә уйлаған

"Ай-йола" ғашиҡ итә"Ай-йола" ғашиҡ итә
"Ай-йола" ғашиҡ итә

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында "Әй-Йола" төркөмөнөң сығышын олоһо ла, кесеһе лә көслө алҡыштарға күмде. Танылған йырсы Ринат Рамаҙанов, шулай Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтар ҡыҙ һәм малайҙар менән аралашты, һәр береһенең һорауына яуап бирҙе. Сер итеп кенә әйтәбеҙ, был төркөм күптән сәңгелдәк йырын ижад итергә уйлаған.

– Был сәңгелдәк йырын, тимәк, балалар өсөн йыр яҙыу күңел төбөндә күптән бөрөләнгән, оҙаҡламай уны тамашасылар ишетәсәк, – тине улар. – Хәйер, беҙҙең һәр башҡарған йырҙарыбыҙ балалар өсөн яҙылған тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килә. Ә беҙҙең бөтә йырҙар ҙа "Урал батыр" эпосы янында урала. Һәр йырыбыҙ яҡшы эштәргә, изге ғәмәлдәргә саҡыра. Барыһы ла тиерлек уңыш сере тураһында төпсөшә. Күңелдәребеҙҙең асыҡ булыуында – ошо яуап булыр.

Сәнғәт әһелдәре һөйләүенсә, уларҙың һәр сығышын концерт тип тә ҡарарға мөмкин, улай ғына ла түгел, "Урал батыр" эпосының ниндәйҙер бер бүлеге тураһында һөйләү, аңлатыу, уның мәғәнәһен еткереү.

Фото: "Молодежная газета" гәзите.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас