

Өфөләге III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында илебеҙҙең бөтә төбәктәрен дә тиерлек бер меңдән ашыу үҫмер ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар байрамы 23 июндә башланғайны, ул бөгөн рәсми рәүештә тамамлана.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Бәйләнештә" социаль селтәрендә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләне. "Өфө III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә. Беҙҙең баш ҡалабыҙға ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән бер меңдән ашыу йәш таланттар килде. Рәхим итегеҙ! Ошо көндәр һеҙҙең күңелегеҙҙә яңы таныштар һәм сағыу тәьҫораттар менән иҫтә ҡалһын. Башҡортостан өсөн, ә беҙҙә татыулыҡта һәм килешеп йөҙҙән ашыу халыҡ йәшәй, күләмле фестивалде үткәреү – ул ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Шундай оло ышаныстары өсөн Президентҡа һәм илебеҙҙең Мәҙәниәт министрлығына оло рәхмәтемде еткерәм", – тип малай һәм ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иткән Радий Фәрит улы.
Шуныһы, балалар фольклориадаһының төп майҙансығы итеп Совет майҙаны һайланды. Шулай уҡ өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары "Беренсе май", "Дим", "Тулҡын" һәм Иван Якутов исемендәгне паркта концерт ҡарай. Ҡыҫҡаһы, ифрат ҡыҙыҡлы һәм күңелле программа ҡаралған.
Фото: Илдар Аҡъюлов.