

Өфөлә III Бөтә Рәсәй фольклориадаһы дүрт көн буйына шаулап-гөрлөп бара. Балалар байрамын асыу тантанһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
– Башҡортостанда йөҙҙән ашыу халыҡ дуҫлыҡта һәм татыулыҡта ғүмер итә һәм һәр береһе үҙенең мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлай, – тине Андрей Геннадьевич. – Һәр береһенең үҙенең йыры, бейеүе, эпосы. Ошо иҫ киткес мөхиттә беҙҙең берҙәмлегебеҙ нығына. Үткәндәрҙе иҫләү, тамырҙарыбыҙҙы барлау беҙҙе тик көслө генә итә. Шулай булғанда ғына беҙ ысын мәғәнәһендә үҙебеҙҙә киләсәктәге уртаҡ йортобоҙ – ҡеүәтле лә, ҙур ҙа, еңеү белмәҫ тә Рәсәй өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ.
Сара уңайынан бик бай программа төҙөлгән. Мәҫәлән, ҡунаҡтар өсөн әле Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына экскурсия ойошторолған, шулай уҡ бүтән саралар ҙа ҡаралған..
Бөтә Рәсәй фольклориадаһы бөгөн тамамлана.
Фото: Илдар Аҡъюлов.