Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
10 Май 2019, 19:01

“Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!”

Бәхетле киләсәк өсөн тырышалар.

Бәхетле киләсәк өсөн тырышалар.


Мораҡ башҡорт гимназияһы – республикабыҙҙа һәр йәһәттән дә алдынғы белем усаҡтарының береһе. Педагогтар “һәр бала ла бер тигеҙ, тик һәр береһенә айырым ҡараш булдырып, уны үҫтереү юлы ғына бүтәнсә” тигән фекер яҡлы. Ысынлап та, ҡасандыр әйтеп ҡалдырған аҡыл эйәһенең ошо алтынға тиң һүҙҙәре әле лә көнүҙәклеген юғалтмаған.


– Илебеҙ үҫешен хәстәрләгән шәхестәр тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, – тип башланы һүҙен Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Рәзилә Хисмәтуллина. – Был юҫыҡта эштең балалар баҡсаһынан башланыуын яҡшы аңлайбыҙ. Ә беҙгә, уҡытыусыларға иһә, кескәйҙәрҙе ҡабул итеп алғас та әлеге изге бурысты дауам итергә генә кәрәк. Мөғәллимдәрҙең һәр ҡайһыһы йәш быуындың бәхетле киләсәге өсөн тырыша, уларҙың был тормошта үҙ урынын табыуын теләй.


Белем биреү учреждение­һында малай һәм ҡыҙҙар заман менән бергә атлаһын өсөн бөтә яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Педагогтарҙың тағы бер яуаплы эштәренең береһе – һәләтле балалар менән тығыҙ эшләү. Ул нимәнән ғибәрәт? Балаларҙы олимпиада­ларға мөмкин тиклем йышыраҡ йөрөтөү яғында өлкәндәр. Уҡымышлы кеше, һәр йәһәттән дә донъяға әҙер шәхес булараҡ, ауырлыҡтарҙы тиҙ йырып сыға, тормош тиҙлегенә әүҙем эйәрә, йәмғиәттең артабанғы үҫеше өмөтлө йәш быуынға туранан-тура бәйләнгән, тип тә өҫтәйҙәр.


Рәзилә Зәкәриә ҡыҙы билдә­ләүенсә, уҡытыуҙа заманса алым­дарға ҙур иғтибар бүленә. Дәрт­ләндереү саралары һәм ярыштар белем биреү сифатына ыңғай йоғонто яһай.


Уҡыусыларҙың барыһын да төрлө йәмәғәт эштәренә, мәктәптә ойошторолған сараларға йәлеп итергә тырышалар. “Һәләтһеҙ бала булмай” тигән һүҙҙәрҙе иҫтән сығармайҙар. Ғорурла­нырлыҡ уҡыусылары бихисап.


Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусылары редакция хеҙмәт­кәрҙәрен матур бүләк менән ҡаршыланы – улар “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” тигән акцияға дәррәү ҡушылған. Рәзилә Хисмәтуллина белдереүенсә, төрлө баҫмалар, бигерәк тә “Башҡортостан” гәзите башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы­ларының ғына түгел, бүтәндәрҙең дә өҫтәл китабына әйләнгән.


Күгәрсен районы.
Читайте нас: