Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
16 Май 2019, 18:41

Ләлә апайҙы ҡыуандырҙыҡ

“Аҙна һайын — бүләк” акцияһы дауам итә. Был аҙнала шатлыҡлы хәбәр менән Өфөлә йәшәүсе Ләлә Биишеваны ҡотланыҡ. Ул — беҙҙең күптәнге дуҫыбыҙ.

“Аҙна һайын — бүләк” акцияһы дауам итә. Был аҙнала шатлыҡлы хәбәр менән Өфөлә йәшәүсе Ләлә Биишеваны ҡотланыҡ. Ул — беҙҙең күптәнге дуҫыбыҙ.


— 1954 йылдан башлап төп башҡорт гәзитен яҙҙыртам. Атайым Ғибаҙулла Биишев 1917 йылдан алдырҙы, штаттан тыш хәбәрсе булараҡ, Күгәрсен районы хаҡында мәҡәләләре баҫылып торҙо.


Шул мөхиттә тәрбиәләнеп үҫкән Зәйнәб Биишева ошо гәзиттә эш башлай, Баш­ҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы булып китә.


Ағаһы Фуат Биишев иһә 20 йыл ошо гәзиттә эшләй, хәҙер балалары, ейәндәре гәзитһеҙ ҡалмай. Ағаһы тел ғалимы Әкрәм Биишев та ошо редакцияла эш башлай. Нефтсе, техник фәндәр кандидаты Әсғәт Биишев мәҡәләләре менән сығыш яһай ул йылдарҙа.


— Беҙҙең ғаилә династияһы гәзитте 100 йылдан ашыу алдыра, ул беҙҙе үҫтерҙе, тәрбиәләне. “Башҡортостан” гәзите һәр йортта булырға тейеш, — тип тамамланы һүҙен ҡунағыбыҙ.
Читайте нас: