Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Май 2019, 11:08

Бүләк Балтасҡа йүнәлә

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы дауам итә. Был юлы бүләгебеҙ Балтас районына юлланды.

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы дауам итә. Был юлы бүләгебеҙ Балтас районына юлланды.


Гөлназ Әнүәрова Иҫке Балтас ауы­лындағы 2-се урта мәктәптә башҡорт теленән балаларға белем бирә, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ла. Бәләкәйҙән матбуғат һүҙе тәрбиәһендә үҫкәнгә, күп кенә баҫмаларға яҙыла ул. Ә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлығына тиҫтә йылдан ашыу инде. Ата-әсәһе лә башҡорт телендәге гәзиттән айырылмай.


– Тарих, тел, йәшәйеш, шәхестәр тураһындағы мәғлүмәтте эшемдә лә файҙаланам. Ә иң яратҡаным – ҡыҫҡа хикәйәләр, – ти Гөлназ Рәмил ҡыҙы, йылмайып.