Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
31 Май 2019, 17:52

Гәзитебеҙ менән күптән дуҫ

Тыуған яғы Әбйәлилдә генә түгел, тотош республикала ижтимағи эштәрҙә әүҙем ҡатнашыуы менән танылыу яулаған Азия Күсемова баҫмабыҙҙың аҙна бүләгенә лайыҡ булды.

Тыуған яғы Әбйәлилдә генә түгел, тотош республикала ижтимағи эштәрҙә әүҙем ҡатнашыуы менән танылыу яулаған Азия Күсемова баҫмабыҙҙың аҙна бүләгенә лайыҡ булды.


Азия Хажим ҡыҙы атҡарған ижтимағи эштәр бихисап. Ул оҙаҡ йылдар “Өфөләге әбйәлилдәр” ойош­маһын етәкләне. Бынан тыш, республикабыҙҙың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эше менән әүҙем шөғөлләнә. Азия Күсемова – шулай уҡ райондаштар осрашыуын тәү башлап ойоштороусыларҙың береһе. Уның йәштәрсә дәртләнеп, һәр эшкә ихлас тотоноуы хатта күп кенә йәштәргә өлгө булырлыҡ.


– 1957 йылдан “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыйым. Баҫмаға һәр йортта яҙылырға тейештәр, – ти ул.
Читайте нас: