Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
7 Июнь 2019, 15:26

Иң тәүҙә яҙыла

“Аҙна һайын – бүләк” отошонда был юлы бүләк Фәүзиә Фазылъян ҡыҙы Сәфетдинова өлөшөнә төштө. Баймаҡ районының Кәрешкә ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң баш ҡалаға эшкә йүнәлтелә. Шәфҡәт туташы булып эшләүенә 35 йыл була.

– “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлығым бер ваҡытта ла өҙөлмәне. Ғаиләмдә ваҡытлы матбуғатты уҡып үҫкәс, үҙебеҙҙең төп башҡорт гәзитенә иң тәүҙә яҙылам. Башҡорт рухы сағыла унда: хикәйәләр, ябай кешеләр яҙмышы ха­ҡында, шиғырҙар уҡырға яратам, – ти ул.

Афарин, Фәүзиә! Яратҡан гәзитенә яҙылып, тел, ил яҙмышына үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ бик мәртәбәле!
Читайте нас: